Ашҡаҙар
+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
8 Июнь 2022, 16:34

Башҡортостан балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуға тағы 42 миллион һум аҡса аласаҡ.

Федераль бюджет 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн ясле төркөмдәре менән шәхси балалар баҡсалары төҙөүгә өҫтәмә рәүештә 42,3 миллион һум аҡса бүләсәк.

Башҡортостан балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуға тағы 42 миллион һум аҡса аласаҡ.
Башҡортостан балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуға тағы 42 миллион һум аҡса аласаҡ.

Быйыл ошо маҡсатҡа ил  республикаға 48,3 миллион һум, 2023 йылда 6,04 миллион һум йүнәлтәсәк. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин субъекттар өсөн субсидиялар күләмен үҙләштереүҙә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. 2022- 2023 йылдарға бюджеттан 6,04 миллион һум шәхси балалар баҡсаларында урындар булдырыу өсөн йүнәлтелә. 
Өҫтәмә финанслау, Башҡортостандан тыш, Амур, Калининград һәм Мәскәү өлкәләренә лә бүленә. Аҡса биналар төҙөлөшөнә һәм балалар баҡсаларында кескәйҙәр өсөн төркөмдәр булдырыуға бүленә. Дөйөм алғанда,  был төбәктәрҙә балалар өсөн 842 өҫтәмә урын барлыҡҡа киләсәк.
"Мәктәпкәсә ойошмаларҙы өс йәшкә тиклемге балалар өсөн арттырыу тыуымды арттырырға мөмкинлек бирәсәк һәм кәрәк булғанда ата-әсәләргә эшкә сығырға мөмкинлек бирергә тейеш", - тиелә Министрҙар Кабинеты белдереүендә.

#национальныепроекты#нацпроекты#миллипроекттар#Башҡортостан#Стәрлетамаҡ

Фото Яндекс.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: