Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
8 Июль 2022, 16:15

ТАМЫРЫН БЕЛМӘГӘН - ТЕРЕ ЙӘТИМ

...Роман бик оҙаҡ уйлап йөрөнө: берсә, ысындыр, кеше уйлап сығара торған хәбәр түгел, берсә, уйҙырмалыр, мин ниндәй башҡорт булайым инде, тип шикләнде. Ата-әсәһенең фотоларын ҡарап, оҡшашлыҡ эҙләне. Тапманы. Миндә башҡорт  ҡаны бармы икән тип, көҙгөнән йөҙөн тикшерҙе. Барҙыр, тине. Тағы ла ҡан баҫымы менән йонсоған ҡарт әсәһенә был яңылыҡты нисек әйтергә белмәне, шуға һүҙҙе шаярыуға борорға булды.  – Әсәй, бер көн эшкә бер башҡорт ағайы килеп, миңә бер ҡыҙыҡ хәбәр әйтте әле. – Ыһһһ! – Әсәһе ыңғырашып ҡуйҙы, эстән бөтә тарамыштары тартҡылашты, шулай ҙа улына тыныс ҡараны.  Роман көлөмһөрәп: – Һин минең улым – Рыскул, тисе! Нисә йыл буйы һине эҙләнек, әле бына яңылыштан ғына телевизорҙан күреп ҡалдыҡ, тине. Тағы ла әсәйем, туғандарым да бар икән...

Типографиянан эштән ҡайтҡан Зарифулла башын эйеп, ҡара янып килеп инде. Иҙәндә уйнап йөрөгән бер йәшлек Ырыҫҡол улы «а-та-та!» тип йүгереп ҡаршы килгәс, күңелһеҙ генә йылмайып күтәреп алды, ләкин элеккесә һауаға осортоп атындырманы.

Көнһылыу иренә һағайып ҡараны. Йүгереп йөрөп өҫтәлгә ашарға ултыртты ла, улын ҡулына алып, иренә һораулы ҡарашын төбәне.

 – Бөгөн иртән Мәһәҙи ағайҙың ғаиләһен ҡулға алғандар, әллә ниндәй ябыҡ ойошмала торған, тиҙәр. Аптырайым, ул ниндәй «халыҡ дошманы» булһын икән, һәүетемсә генә эшләп йөрөгән ғилемле ағай ине. Һиңә әйтәм, әллә малай менән ауылға ҡайтаһыңмы?

 – Әлләсе, ағайым менән кәңәшләшеп алмай булмаҫ. Ул ни тиер икән!

– Белмәйем шул, Һылыу, беҙгә лә еле ҡағылыр һымаҡ бит әле. Көндө ел боҙор, кешене һүҙ боҙор, бик аңлайышһыҙ буталсыҡтар башланды. Күрәһең бит, ялыу хаты буйынса алалар ҙа китәләр. Ағайыңа ла үҙен һаҡ тоторға кәрәк, тип уйлайым.

Киске ашты ашап та бөтмәнеләр, ике хәрби шатыр-шотор килеп инде.

 – Зарифулла Ғарифулла улы, Совет иленә ҡаршы эштәр алып барғанығыҙ өсөн һеҙҙең ғаилә ҡулға алына. Баланы ла алығыҙ.

 – Һуң, ҡатын менән баланы ниңә алып китәһегеҙ? Мин генә барһам ярамаймы ни?

– Асыҡларҙар. – Хәрбиҙәр ҡабаландырҙы.Тиҙ-тиҙ генә кейенеп, бала кейемдәрен яулыҡҡа төрөп алып, сығып киттеләр.

Күршеләренә, фатирҙарына күҙ-ҡолаҡ булып торорға, тип әйтергә туҡылдатып ҡараһалар ҙа, асыусы булманы. Уларын төндә алып киткәндәрен белмәй инеләр әле.

 Бер бәләкәй генә тынсыу бүлмәгә килтереп яптылар ҙа, төнө буйы алмаштилмәш һорау алып, йонсотоп сыҡтылар.

 Һәр бирелгән һорауҙарға «белмәйем», «күрмәнем», тип яуап биреүгә ҡарамаҫтан, 58-се статья буйынса ҡарар сығарҙылар.

Көнһылыуҙың юғары урында ултырған ағаһы йүгергеләп йөрөп ҡараһа ла, уның «көслө ҡулы» ла бер нәмә лә эшләй алманы, шулай ҙа һеңлеһе менән кейәүен бер ергә оҙатыуға иреште.

 – Ырыҫҡолдо үҙемә яҙҙырам, юлда нимә генә булмаҫ. Борсолмағыҙ, яҡшы ҡарармын. Донъялар бер аҙ тынысланғас, күҙ күрер, – тип баланы үҙенә алып ҡалды.

 – Ауыҙығыҙҙы артыҡ асып йөрөмәгеҙ, заман башҡа – заң башҡа, – тип ныҡлы киҫәтеп ҡуйҙы.

 ...Мең михнәттәр менән Себер тайгаһына барып етте улар. Ул ҡәһәрле юлда меңәрләгән кеше ятып ҡалды, тик иренең йүнселлеге арҡаһында ғына иҫән ҡалдылар. Туң ер соҡоп, тораҡ эшләп, урман ҡырҡтылар. Барыһына риза булды Көнһылыу, тик улын һағынып зар иланы, йөрәген ярып сыҡҡан балаһы яҙмышы өсөн борсолдо. Бер көн, түҙмәй, ағаһына хат яҙып ебәрҙе. Ошо хат ағаһының башына етерен белһә, сәләм дә ебәрмәҫ ине лә бит. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең. Ағаһының ғаиләһен «халыҡ дошмандары» менән элемтә өсөн, судһыҙ-ниһеҙ икеһен ике яҡҡа айырып ебәрҙеләр. Шулай ҙа ағаһы таныштары аша үҙҙәренең ике балаһы менән бергә Ырыҫҡолдо ла балалар йортона урынлаштыртты.

Бер көндө Өфөләге балалар йортона комиссия килеп төштө. Шул комиссия составында бер юғары поста эшләгән хәрбиҙең дә ҡатыны бар ине.

Валентина Николаевна, үҙенең балалары булмағас, бындай урындарҙа йөрөргә яратмай ҙа бит, эше шулай булғас, түҙә инде.

Ҡайтырға сығып баралар ине, бер бүлмәнән Ырыҫҡол йүгереп сыҡты ла ҡатындың аяғынан ҡосаҡлап алды:

 – Мама-мамочка, я знал, что ты придешь! Почему же не заходишь и не заберёшь меня? Я так скучал! – Үҙенең ирендәре ҡалтырай, бына-бына илап ебәрергә әҙер.

 Шул бәләкәй баланан килгән йылылыҡҡа, наҙға ҡатындың тәндәре зымбырлап, әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Муйыл кеүек ҡапҡара күҙле, уймаҡтай ауыҙлы малайҙы, үҙе лә һиҙмәҫтән, күтәреп алды.

– Да вот, сынок, хотела работу доделать и заглянуть, – тине йылмайып.

Һәр ваҡыт ҡоростай зыңлап торған тауышлы ҡырыҫ ҡатындың бындай сағын күрмәгән мөдир ҙә, тәрбиәселәр ҙә яғымлы итеп һөйләшкән мөләйем ханымға ҡарап шаҡ ҡатты.

Валентина Николаевна күптән инде үҙенең бер ҡасан да әсәй була алмаҫына күнеп бөткәйне. Әле бына сәстәрен һыпырып, биттәренән суп-суп килтереп үпкән малай күңеленең иң төпкә йәшеренгән нескә ҡылдарын тибрәтеп ебәреп, быға тиклем йоҡлап йөрөгән әсәлек хисе уяныуға берсә аптыранды, берсә шатланды.

 – Иди, мой хороший, поиграй с детьми. А я, как освобожусь, подойду к тебе. – Үҙе, ҡырт боролоп, мөдиргә ҡараны:

– Документтарын килтерегеҙ әле!

Мөдир бер папканы алдына килтереп һалғас:

– Ата-әсәһе һөргөнгә ебәрелһә лә, баланан баш тартмаған, ғариза яҙып ҡалдырған. Был баланы уллыҡҡа алырға ярамай, – тип ҡаршылыҡ күрһәтте.

– Малай мине үҙе һайланы, тимәк, ул минең улым, – тине ҡаты итеп. Алдына алғанын һәр саҡ башҡарып сығып өйрәнгән ҡатын ирен дә, юғарыраҡ таныштарын да күтәрҙе һәм бөтә тыйылған «кәртәләр»ҙе емереп, Ырыҫҡол ике аҙнанан Суровов Роман Александрович булып китте.

 Ғаиләлә етеш тормош, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт, хөрмәт хөкөм иткәс, Ырыҫҡол икенсе мөхиткә тиҙ өйрәнде, уларҙы ысын атай-әсәй тип ҡабул итте. Шулай ҙа, мөмкинселек сығыу менән, Сурововтар Стәрлетамаҡҡа күсеп китеп, эҙ яҙҙырҙылар.

Алда Бөйөк Ватан һуғышы, шунан һуңғы ауыр йылдар күпме кеше яҙмыштарын икенсе юҫыҡҡа алып китте. Миллионлаған ҡорбан талап ителгән һуғышта Валентина ирен юғалтҡас, бар ғүмерен улына бағышлап, яҡшы тәрбиә бирҙе. Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң – әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң – әрәм булырһың тип, ҡаты тотто улын.

 Йылдар уҙҙы. Илдәге үҙгәрештәр кешеләр яҙмышына ла йоғонто яһаны. Көнһылыу менән Зарифулла ла тыуған Башҡортостанға Сталин мәрхүм булғас ҡына ҡайта алды. Ғәйепһеҙ тинеләр. Аҡланылар. Улар Ырыҫҡолдо, туғандарын эҙләп, ҡайҙарға ғына мөрәжәғәт итеп хаттар яҙманы, тик уларҙың яҙмышы билдәһеҙ булып ҡалды. Бөтәһе лә һуғышҡа һылтаны.

Роман уҡып сығып, өйләнде. Тырыш, ныҡышмалы, сәмсел ир уҙаманы Стәрлетамаҡтың иң йәш завод директоры дәрәжәһенә үрләне. Һалҡын Себер яҡтарында тыуған улы менән ҡыҙы ла ғаиләле, улар ҙа шул уҡ заводта эшләп йөрөй. Яппаровтар ҡартайһа ла, бирешмәйенсә ҡәҙимге йәшәп ятҡан көндәре.

 Ғүмер яйлап үҙ ағышынан барҙы. Советтар Союзының гөрләп сәскә атҡан осоронда тормош көтөүе йылдан-йыл еңелләште, өйҙәргә телевизорҙар алып, кешеләр зәңгәр экран алдында ултыра башланы. Бер көн улы:

 – Әсәй, атай, беҙҙең заводты Өфөнән телевидение килеп төшөрөп алып китте. Алдынғы эшселәр араһында ҡыҙың менән мин дә бар, – тип ҡыуандырҙы.

Көтөлгән көндө бөтәһе лә ата-әсә өйөндә йыйылышып, тапшырыу көттө. Эшсән, намыҫлы балалары өсөн ололар эстән генә ғорурланып ултырҙы. Тапшырыу бик матур әҙерләнгәйне, тәүҙә заводтың тарихы, төҙөлөшө тураһында һөйләнеләр, шунан эшселәре интервью бирҙе, иң аҙаҡтан һүҙ директорға бирелде. Текләп ҡарап ултырған әсәһе ҡапыл:

– Ырыҫҡол, улым! Ырыҫҡол! – тип ҡысҡырып ебәрҙе лә иҫен юйҙы. Балалары берсә атаһына, берсә телевизорға ҡарап, ҡаушап ҡалды, шунан бәлйерәгән әсәһенә нишатыр еҫкәтеп, саҡ аңына килтереп алдылар. Әсәһе әллә үҙен, әллә ирен ышандырыға тырышҡандай:

– Атаһы, иҫлә әле, һинең йәш сағың бит! Былары беҙҙең яҡҡа тартҡан, ә ул бәләкәйҙән тас һин ине бит! - тине үҙәк өҙгөс тауыш менән. Ғаиләләге был сетерекле тарихты күп тапҡырҙар ишеткән балалар шымтайып ата-әсәһенә төбәлде.

– Мин яңылышмайым! Меңдәр араһынан таныйым мин ғәзиз баламды! Ғүмерлек үкенесем бит ул минең! Үҙем генә ғәйепле, үҙем генә ташлап киттем бит уны-ы-ы-ы! – Әсәһе һулҡылдай-һулҡылдай иҙәнгә бөгөлөп төштө. Ни эшләргә белмәй өтәләнеп торған балаларына:

– Арҡаһында, ҡалаҡ һөйәгендә, тап һеҙҙеке һымаҡ ҡыҙыл миңе лә бар ине. Иренә көйҙөрөп ҡарап алды:

– Атаһы, ни эшләп өндәшмәйһең ул?! Һуң, һеҙҙең ҡан бит! Мәрхүм ҡайныма оҡшап тора лабаһа! Шулай киң яурынлы, бөркөт ҡарашлы!

Төнө буйы керпек тә ҡаҡмаған әсәһе, ирен сыҙатмай ҡара таңдан заводҡа ебәрҙе. Улар нисек һөйләшкәндер, Роман Александрович уйларға ваҡыт һораған һәм әсәһе менән һөйләшеп, аңлашырға кәрәк, тигән.

 Роман бик оҙаҡ уйлап йөрөнө: берсә, ысындыр, кеше уйлап сығара торған хәбәр түгел, берсә, уйҙырмалыр, мин ниндәй башҡорт булайым инде, тип шикләнде. Ата-әсәһенең фотоларын ҡарап, оҡшашлыҡ эҙләне. Тапманы. Миндә башҡорт  ҡаны бармы икән тип, көҙгөнән йөҙөн тикшерҙе. Барҙыр, тине. Тағы ла ҡан баҫымы менән йонсоған ҡарт әсәһенә был яңылыҡты нисек әйтергә белмәне, шуға һүҙҙе шаярыуға борорға булды.

 – Әсәй, бер көн эшкә бер башҡорт ағайы килеп, миңә бер ҡыҙыҡ хәбәр әйтте әле.

– Ыһһһ! – Әсәһе ыңғырашып ҡуйҙы, эстән бөтә тарамыштары тартҡылашты, шулай ҙа улына тыныс ҡараны.

 Роман көлөмһөрәп:

– Һин минең улым – Рыскул, тисе! Нисә йыл буйы һине эҙләнек, әле бына яңылыштан ғына телевизорҙан күреп ҡалдыҡ, тине. Тағы ла әсәйем, туғандарым да бар икән...

Һәр ваҡыт етди, бер ҡасан да алдашмаған әсәһенең үҙен сәйер тотошо Романды һағайтты. Валентина Николаевна күңелен күптән өйкәгән хәбәрҙе улына нисек еткерергә белмәй, үлеп-нитеп китһәм тип, алдан хат яҙып ҡуйған ине. Әле үҙе иҫән саҡта аңлатып, тере саҡта ғәфү үтенә алыуына шатланып ҡуйҙы. Нисәмә йылдар тейешле органдарҙа эшләү әле лә ярҙам итте, һалҡын ҡанлы булып ҡалырға тырышты.

Бик оҙаҡ өндәшмәй улына ҡарап торҙо ла серванттан бер хат алып тотторҙо.

Унда яҙылғандар теге ағайҙан ишеткәндәргә бермә-бер тап килә. Аҙағында атаһы Яппаров Зарифулла, әсәһенең исеме Көнһылыу икәнлеге лә яҙылғайны.

Роман хатты бер тынала уҡып бөттө лә, шаңҡып, әсәһенә ҡараны. Һуңғы минутынаса теге ағай яңылышҡандыр, тип уйлаған ир юғалып ҡалды. Һәр ваҡыт көслө рухлы, тура һүҙле ҡыйыу әсәһенең ҡапыл бәләкәсләнеп, башын эйеп, улының ҡарарын, уҫаҡ япрағындай дер-дер ҡалтырап, көтөп тороуы бигерәк ҡыҙғаныс күренде. Ул әсәһен ипләп кенә ҡосаҡлап алды:

– Әсәй, үҙемде белгәндән бирле һин минең әсәйем! Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй, тиҙәр бит. Мин һине бик ныҡ яратам!

Валентина Николаевна башын күтәрҙе, улына наҙ тулы ҡараш менән:

–Я знала, что вырастила хорошего сына. Спасибо, сын! – Ҡулдары менән улының биттәренән һыйпап-һыйпап яратты, күҙҙәренән йәштәре аҡты.

 – Әсәй... минең улар менән дә танышҡым килә, сөнки башҡа туғандарым юҡ бит. Кем мин, шуны ла белгем килә. Ғәфү ит, әсәй! Барам...Барайыҡ... Танышайыҡ!

Ҡалын нәҫелле Яппаровтар, Валентина Николаевна менән Романдың ғаиләһен саҡырып, ҙур табын йыйҙы. Танышып, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Шатлыҡлы осрашыу хөрмәтенә ололар бер-береһен ғәфү итте, кем белә яҙмыш нисек булырын, тормош юлдары бик ҡатмарлы бит. Ниндәй ауыр йылдарға ҡарамай, бөтәһе лә иҫән – шуныһы мөһим, тинеләр. Туғандары, шаяртып, Романдың күлдәген систереп, арҡаһындағы йөрәк һымаҡ ҡыҙыл миңен үҙҙәренеке менән сағыштырып, мәрәкәләшеп бер булды. Шул көндән бирле улар туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, дуҫ-татыу йәшәйҙәр.

Роман махсус курстар бөтөрөп, башҡортса яҙырға, һөйләшергә өйрәнеп алды, бигерәк тә халыҡ йырҙарын мөкиббән китеп тыңланы. Йыш ҡына атаһы менән кис буйы һөйләшеп ултырҙылар.

 – Атай, ошо йырҙарҙы тыңлағанда мин һәр мондоң еҫен тоям, төҫөн күрәм. Ышанаһыңмы, күңелемдә аңлата алмаҫлыҡ ғәжәп тойғо тыуа.

– Һай, улым, тас үҙем икәнһең дә! Мин бәләкәй саҡта шундай күңел торошомдо өләсәйеңә һөйләгәйнем. Ул: «Ҡуй, кеше алдында яңылыштан да ысҡындырып ҡуйма, аймылыша тиерҙәр», – тип ныҡ тыйҙы. Шунан ул турала башҡа уйламаным. Тимәк, моң тойомлау беҙгә нәҫелдән килә, улым.

Иң яҡын туғандары менән аралашҡас, күптән юғалтҡан иң ҡәҙерле әйберен тапҡандай булды. Роман-Ырыҫҡол быуындан-быуынға күсә килгән төпкөл аң, йән һәм ҡан тартыу көсөн һиҙҙе, йәшәгән ғүмеренә байҡау яһап, тамырын белмәгән – тере йәтим икәнлеген аңлап, ныҡ тетрәнде. Яйлап ете быуын шәжәрә ағасын өйрәнде, үҙенең дини белемле, иманлы нәҫеле менән сикһеҙ ғорурланды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, олатаһы нигеҙенә «Яппар» мәсетен төҙөтөп ултыртты һәм иң тәүҙә үҙенең мулла ҡушҡан ысын Ырыҫҡол исемен ҡайтартты.

... Йәйге йылы төн. Һиллек. Алыҫта офоҡ һыҙыҡ ҡына булып ҡыҙарып күренә. Ауылдың абруйлы имам-хатибы Зарифулла улы Ырыҫҡол иртәнге намаҙға саҡырырға тип, ҡапҡа тышына сығып баҫты. Ул ошо иртәнге илаһи бер ваҡытты бигерәк ярата. Бөгөнгө Ҡорбан байрамында башҡарылаһы эштәрҙе барланы. Аллаға шөкөр, халыҡ йылданйыл дингә күберәк ылыға, иманын ҡеүәтләй, йәштәр ҙә мәсеткә ихлас йөрөй башланы, тип шатланды. Олпат ил ағаһы ышаныслы баҫып мәсеткә атланы.

Ауыл өҫтөнән моңло ла, көслө лә аҙан тауышы яңғыраны. – Аллаааһу әкбәр! Аллаааһу әкбәр!..

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.

ТАМЫРЫН БЕЛМӘГӘН - ТЕРЕ ЙӘТИМ
ТАМЫРЫН БЕЛМӘГӘН - ТЕРЕ ЙӘТИМ
Автор:
Читайте нас: