Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
18 Ноябрь 2022, 11:54

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында янғында һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тотош ғаилә һәләк булған янғынды тикшереү буйынса оператив штаб ойошторолоуын хәбәр итте.

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында янғында һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында янғында һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

«Беҙ урында фажиғә сәбәптәрен тикшереү менән шөғөлләнгән оператив штаб булдырҙыҡ. Уны хөкүмәтебеҙ вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкләй. Ерләү эштәрен ойоштороуҙы һәм башҡа сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Етем ҡалған балалар хаҡында хәстәрлек күрербеҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тейешле йөкләмәләр бирелде. Янғындың күрше фатирҙа йәшәүселәргә килтергән зыянын баһаларға һәм уларға ярҙам күрһәтергә ҡуштым», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы һәм туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылындағы ике фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Утта ата-әсәнең һәм биш балаһының ғүмере өҙөлгән. Ғаилә башлығы ике улын уттан сығарып өлгөргән, һуңынан өйгә кире ингән, ләкин ҡотола алмаған.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: