Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
18 Ноябрь 2022, 10:05

Тып-тын тороп гимн тыңланылар!

Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ҡарамағындағы “Алтынай” балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе рухи юҫыҡта тәрбиәләй, йолаларыбыҙ, байрамдарыбыҙ, йыр-бейеүҙәребеҙ, әҙәби мираҫтарыбыҙ хаҡында төрлө саралар үткәреп тора. Күптән түгел үткән “Балҡы һәм сәскә ат, ғәзиз Башҡортостаным!” тигән матур сара ла ошоға асыҡ миҫал.

Тып-тын тороп  гимн тыңланылар!
Тып-тын тороп гимн тыңланылар!

Был байрамды беҙ башлыса республикабыҙға арнаныҡ. Флагтар менән флешмоб, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры, милли уйындар байрамдың төп биҙәге булды. Балалар шулай уҡ республикабыҙ-ҙың символдары ме-нән танышып китте. Бигерәк тә кескәйҙәрҙең Башҡортостан Респуб-ликаһы гимнын баҫып тыңлап тороуҙары хайран ҡалдырҙы!

Артабан иһә беҙгә гимназиябыҙҙың музыка уҡытыусыһы Илмир Туй-гилдин ағайыбыҙ ҡунаҡҡа килде һәм ҡурайҙа уйнап күрһәтте, был музыка ҡоралының нисек килеп сығыуы тураһында һөйләне.
Байрамды тамамлап, кескәй дуҫтарыбыҙҙы сәк-сәк менән сәй эсергә саҡырыуыбыҙ уларҙа мил-ли ризыҡҡа ла иғтибар уятмай ҡалмағандыр. Ошондай саралар аша балаларыбыҙ тыуған илен, ерен, халҡын ҡәҙерләргә өйрәнә.

Резида ХӘЙЕРНАСОВА,
Инера НАСИРОВА,
тәрбиәселәр.

Автор:
Читайте нас: