Ашҡаҙар
0 °С
Ясна
9 май- Еңеү көнө
6 Декабрь 2022, 10:59

Студенттар яңы һөнәр үҙләштерә

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Студенттар яңы һөнәр үҙләштерәСтуденттар яңы һөнәр үҙләштерә
Студенттар яңы һөнәр үҙләштерә

Пилотһыҙ осоу аппараттары беҙҙең көндәлек тормошта үҙ урынын яулап өлгөрҙө лә инде, улар нефть разведкаһында һәм табыуҙа, медицина ярҙамы ташыуҙа, ғүмерҙе ҡотҡарыуҙа, ауыл хужалығында, тәбиғәт ғәрәсәттәренә ҡаршы көрәштә, киң мәғлүмәт саралары өсөн материалдар булдырыуҙа ҡулланыла.

Дрондар башҡарған бурыстар киңәйеү менән квалификациялы кадрҙарға ихтыяж да артты. Ошо маҡсатта «Мәғариф» милли проекты ярҙамында Башҡортостанда тейешле белгестәр әҙерләнә башланы. Тәүгеләрҙән булып уны Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары һынай.

Уҡыу йорто тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән йыһазландырылған оҫтахана Өфөләге «Йәш профессионалдар» фестиваленән һуң барлыҡҡа килгән. Дрондар менән компьютерҙа идара итергә өйрәнгәндән һуң студенттар белемдәрен практикала камиллаштыра. «Янғын хәүефһеҙлеге» һөнәре буйынса квалификацияны күтәреү программаһы 72 сәғәткә иҫәпләнгән. Йыл аҙағына тиклем 50 кеше бушлай курс үтәсәк.

 

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас