Ашҡаҙар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
7 Декабрь 2022, 14:00

Башҡортостан үҙен асыҡ мөмкинлектәр республикаһы итеп танытып өлгөрҙө

Бындай баһаны Рәсәй Финанс министрлығы Ғилми-тикшеренеү финанс институтының тармаҡ иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова бирҙе.Билдәле булыуынса, 14-17 декабрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” XV юбилей форумы уҙасаҡ.

Башҡортостан үҙен асыҡ мөмкинлектәр республикаһы итеп танытып өлгөрҙө
Башҡортостан үҙен асыҡ мөмкинлектәр республикаһы итеп танытып өлгөрҙө

Ошо айҡанлы ойоштороу эштәре нигеҙендә бөгөн Мәскәүҙә фекер алышыу үтте. Форумда ҡатнашасаҡ вәкилдәр сарала күтәреләсәк темаларҙы барланы.

Әйтергә кәрәк, донъяла һәм илдә барған ваҡиғаларға бәйле форумдың темалары киңәйә бара. Был юлы майҙанда Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләренә даими ярҙам күрһәткән ҙур корпорация, меценаттар, бағыусылар ҙа ҡатнашасаҡ. Ә “Өфө диалогы” эшсе төркөмө ҡатнашыусылары иһә иҡтисади санкциялар эҙемтәләре тураһында фекер алышасаҡ.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, был форум көнбайыш илдәре иҡтисади баҫым яһаған мәлдә бигерәк тә көнүҙәк булып тора - уртаға һалып һөйләшәһе һүҙҙәр, тәҡдимдәр, фекерҙәр, мәсьәләләр был йәһәттән бик күп.

Шуныһын билдәләп китергә кәрәк: Башҡортостандың әүҙем эшмәкәрлелеге төбәкте асыҡ мөмкинлектәр республикаһы итеп танытып өлгөрҙө. Шуға был форумдың да нәҡ Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Был хаҡта Рәсәйҙең Финанс министрлығы Ғилми-тикшеренеү финанс институтының тармаҡ иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова ла үҙ фекерен белдереп үтте.

- Башҡортостан – беҙҙең өсөн тимер юл, авиа, һыуҙан йөк ташыу, автотранспорт өсөн логистика үҙәге булып тора. Форумда ошо бәйләнеш ярҙамында төбәктәргә Евразия илдәренә сығыу мөмкинлеге лә ҡараласаҡ. Башҡортостан, ғөмүмән, мөмкинлектәр төбәге, - тине ул.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ.

Башҡортостан үҙен асыҡ мөмкинлектәр республикаһы итеп танытып өлгөрҙө
Башҡортостан үҙен асыҡ мөмкинлектәр республикаһы итеп танытып өлгөрҙө
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: