«Шахтерск — Торез автомобиль юлында хәрбиҙәрҙе алып китеп барған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән. 16 кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кеше дауаханаға оҙатылған (улар реанимацияла ята)», — тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар араһында йөк машинаһы водителе лә бар. Фажиғә урынында оператив хеҙмәттәр эшләй.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Башинформ.