Рәсәй Дәүләт Думаһының финанс баҙары комитеты, Рәсәй банктары ассоциацияһы рәйесе Анатолий Аксаков ШОС Эшлеклке советы башҡарма секретары Сергей Канавский һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа шундай тәҡдим менән сыҡты.
"Миңә был мәсьәлә буйынса бик күптәр сыға, йәмғиәттә яңы валюта булдырыу фекере көнүҙәк тип уйлайым, форумда ошо темаға һөйләшергә саҡырам", - тине ул. Сергей Вадимович үҙ сиратында башланғысты хуплап сыҡты.
"Беҙ киләсәктә трендта булыр өсөн иҡтисадтың “ҡан баҫымы"н үлсәп торорға тейешбеҙ. Форумда Ислам банкы системаһы темаһы ла бар. Әммә әлеге һеҙ тәҡдим иткән тема буйынса фекер алышыуҙы ла ойошторорбоҙ", - тине Андрей Назаров та.
Фото: республика Хөкүмәте.
Автор:Рәмил МАНСУРОВ.