Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
9 Декабрь 2022, 16:59

“ҺИС ШИКҺЕҘ, ИЛЕМДЕ ЯҠЛАП БАРАСАҠМЫН!"

Яҡындары яугирҙың Еңеү менән ҡайтыуын көтә

“ҺИС ШИКҺЕҘ, ИЛЕМДЕ ЯҠЛАП БАРАСАҠМЫН!"
“ҺИС ШИКҺЕҘ, ИЛЕМДЕ ЯҠЛАП БАРАСАҠМЫН!"

Ир-егеттәр Тыуған илде һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлай, ә өйҙә уларҙы ышаныслы тыл – яратҡан ғаиләһе көтә. Был быуаттар буйына нығынған хәҡиҡәт. Беҙ был хәҡиҡәтте Стәрлетамаҡ ҡалаһының Строймаш ҡасабаһында йәшәүсе, әлеге ваҡытта Александр Доставалов исемендәге ирекле батальон составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Марсель Ғәбиҙуллин ғаиләһе менән аралашҡанда йәнә бер тапҡыр үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Уның яҡындары батыр егет менән айырылыуға бәйле күңел түрендә йөрөткән иң йылы хистәре менән уртаҡлашты.

Хәрби хеҙмәткә өсөнсө тапҡыр юлланған.
  Марсель һәм Любовь Ғәбиҙуллиндарҙың өйҙәренә барып ингәндә беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар. Ҡәйнә менән килендең әсәле-ҡыҙлы кеүек оҡшап тороуҙары ла, бик татыу икәндәре лә шунда уҡ күҙгә салынды. Балаларын тәрбиәләү ҙә бер төптән, бер һүҙҙән икәндәре күренә. “Марсель улым хәрби хеҙмәткә өсөнсө тапҡыр юлланды инде, – тип башланы һүҙен әсә кеше. Тәүҙә ауыл мәктәбендә 9 класты тамамлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 54-се училищеһында электрик һөнәрен үҙләштергәндән һуң, Ватан алдындағы изге бурысын Пермь өлкәһендә үтәп ҡайтҡайны. Икенсеһендә контракт буйынса өс йыл Чечняла хәрби хеҙмәттә булып ҡайтты. Әле бына махсус хәрби операция башланғас та, күп уйлап тормай, үҙ ирке менән ғариза яҙып, А.Доставалов исемендәге батальонға эләгеп, “мин башҡаса булдыра алмайым”, – тине лә сығып китте.
Ниндәй малай хәрби булырға хыялланмай икән? Марсель дә шулай бәләкәйҙән патриот, хәрби бурыс һәм намыҫ һаҡлау мәсьәләһенә һәр ваҡыт яуаплы ҡараны, кескәй генә сағынан үҙ-үҙенә талапсан була торғайны”, – ти яугирҙың әсәһе Эльвира Миңлегәрәй ҡыҙы.
Эйе, Марселдең тормош иптәше лә, әсәһе лә уны ҡурҡыу белмәгән егет булараҡ һүрәтләй. Улай ғына ла түгел, илдә шундай хәлдәр башланмағанда уҡ әле, әгәр ҙә һуғыш була ҡалһа, мин, һис шикһеҙ, илемде яҡлап барасаҡмын, – тип һөйләр булған.
Ә мобилизация башланғас инде, ул быны ир-егеттәрҙең иңдәренә йөкмәтелгән оло бурыс тип һанай һәм саҡырыуҙы өйөндә генә көтөп ятмай, үҙе хәрби комиссариатҡа барып ғариза яҙып та ҡуя.

“Минең өсөн борсолмағыҙ!”
  – Бер ваҡытта ла күп һөйләмәҫ, әйткән һүҙенә тоғро, башлаған эшен аҙағынаса еткерә торған кеше ул. Әлбиттә, тәүҙә Украинаға барам тигән теләген белдергәс, беҙ барыбыҙ ҙа ҡаршы төштөк. Сөнки ниндәй генә уйҙар башҡа килмәй, өйҙә ике бәләкәй баланы ла уйлап йөрәк һыҙланы... Тәүҙә ярай, бармайым тип ризалашҡан һымаҡ ине. Әммә уның бик принципиаль, үҙенең вәғәҙәһенә һәм бурысына тоғро кеше икәнлеген белгәнгә күрә, уның беҙҙе тынысландырыр өсөн генә ризалашҡанын һиҙеп йөрөнөм. Шулай килеп сыҡты ла. Бер көн документтарымды Өфөнән барып алам тип сығып китте лә, кискеһен медицина тикшереүен үтеп ҡайтыуын, икенсе көндө юлға сығыуын хәбәр итте, хәрби хеҙмәткә өсөнсө тапҡыр юлланды, – ти тормош иптәше хаҡында Любовь Вячеславовна. Быны хәбәр иткәндән һуң, яҡындары аптырауҙа ҡалған. Хатта, “һауыт-һаба ла шылтырап” алғылаған. Әммә шул уҡ ваҡытта Марселгә терәк һәм таяныс булырға, нисек кенә ҡыйын булмаһын, ғаилә башлығының ҡарарын ҡабул итергә кәрәклеген яҡшы аңлаған Любовь Ғәбиҙуллина.
  – Тәүҙә көн һайын күҙ йәшемде түктем. Әле үҙемде тынысыраҡ тоторға, эстән янып-көйгәнемде унан йәшерергә тырышам. Һәр ваҡыт: “Барыһы ла яҡшы, беҙ ҡыҙҙарың менән һине яратабыҙ, көтәбеҙ”, – тип әйтәм. Халыҡҡа ла, хөкүмәткә лә рәхмәт, күптәр һүҙ менән генә түгел, эш менән дә ярҙам итеп торалар, егеттәргә посылкалар булдырыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Дуҫтары ла, коллегалары ла гел: “Марсель нисек? Шылтыраттымы, иҫән-һау ҡайтһын!”- тип сәләмдәрен еткереп кенә торалар, – ти ул. Бына шулай Ғәбиҙуллиндар ғаиләһе бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәй. Марсель иһә: “Насар нәмәләр тураһында уйларға кәрәкмәй, минең өсөн борсолмағыҙ. Тиҙҙән иҫән-һау әйләнеп ҡайтасаҡмын!” – тип вәғәҙә итһә, Любовь үҙ сиратында: “Беҙ һине көтәбеҙ, яратабыҙ, тиҙерәк әйләнеп ҡайт”, – тип тормош иптәшен ҡанатландырып тора.

“Тормош иптәшем менән ныҡ ғорурланам!”
– Тап ошо кешенең минең юлдарымда осрағанына бик шатмын. Аҙаҡтан үҙебеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, киләсәк быуынға ҡасандыр махсус хәрби операция булғанлығы, уларҙың олаталарының батырлығы тураһында, өйҙә ҡасып ятмай, үҙе теләп Украинаға юлланғанын да һөйләйәсәкбеҙ әле Алла бирһә, – тип йылмая Любовь Ғәбиҙуллина. Эйе, ысынлап та, бөгөн барыбыҙҙың да теләге уныҡы менән тап килә. Барыһы ла батыр егеттәребеҙҙең иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй. – Бөтәбеҙ ҙә уларҙы доға ҡылып көтөргә тейешбеҙ. Оҙаҡҡа айырылыуы бик ауыр, әлбиттә. Әммә шуны ла уйларға кәрәк: беҙ бында өйҙә, йылыла. Ә уларға һуғыш яланында рәхәт түгел. Шуға күрә уларға күҙ йәштәре һәм йомшаҡлыҡты күрһәтергә ярамай. Беҙ ир-егеттәрҙе ҙур көс, ныҡлы ышаныс менән тулыландырырға тейешбеҙ, – тип һүҙен йомғаҡланы ҡатын. Бөгөнгө көндә ефрейтор Марсель Ғәбиҙуллин, А.Доставалов исемендәге ирекле батальонда оператор-тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. Уға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы барлыҡ егеттәргә сәләмәтлек, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ!

Г.ҠЫУАТОВА.
Э.ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: