Илдар Абдразаҡов миҙгелде асыу тантанаһында алтынсы тапҡыр ҡатнашты. Премьеранан һуң йырсы опера театрынан тура трансляция алып барҙы. Мин беренсе тапҡыр был театрҙа операны рус телендә башҡарҙым, ти Илдар.
«Мономахтың башлығы ауыр, ләкин беҙ быны эшләнек!» — тине яҡташыбыҙ һәм үҙенең сәхнәләге коллегаларын күрһәтте.
Сәхнәлә 1869 йылғы әҫәрҙең музыкаль редакцияһы яңғыраны. Илдар Абдразаҡов театрға тап ошо версияны һайларға тәҡдим иткән.
«Бер нисә йыл элек Риккардо Шайи менән фекер алышҡанда «Борис Годунов»ты башҡарыу идеяһы килеп тыуҙы, сөнки ул — түбән тауыш өсөн яҙылған бөйөк операларҙың береһе. Тап ошо версияны ҡуйыу минең идеям ине. Ниһайәт, ул тормошҡа ашырыла. Был миҙгелдә мин тәүге тапҡыр Миланда операны рус телендә йырлайым», — тине Илдар Абдразаҡов премьера алдынан.
Спектаклдә ҡатнашҡан артистарҙың күбеһе — рус милләтенән: Норберт Эрнст (Василий Шуйский), Айн Ангер (Пимен), Дмитрий Головнин (Григорий Отрепьев), Алексей Марков (Андрей Щелкалов), Станислав Трофимов (Варлаам), Ярослав Абаимов (Юродивый), Анна Денисова (Ксения), Лилли Йорстад (Федор) һәм башҡалар.
Премьера ысын мәғәнәһендә шау-шыу тыуҙырҙы. Залға инә алмағандар «Борис Годунов» операһының трансляцияһын ҡарау өсөн ҡала экрандары эргәһенә йыйылды. Спектаклде Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйендың ҡарауы ла билдәле булды. Журналистар менән аралашҡанда ул рус операһын яратыуын әйтте.
«Мин матур операны яратам. Мусоргский, Чайковский — иҫ киткес шәп. Беҙ уны хөрмәт итергә тейешбеҙ», — тине Урсула фон дер Ляйен.
Төп партияны Илдар Абдразаҡов башҡарған опера йәнә алты тапҡыр күрһәтелә: 10, 13, 16, 20, 23 һәм 29 декабрҙә.
Башинформ.