Асыҡ диалог форматындағы осрашыуға ҡала хакимиәтенән вәкилдәр, ҡала Советы депутаттары, ҡаланың йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығынан һәм БР Экология министрлығынан вәкилдәр һәм киң мәғлүмәт саралары журналистары саҡырылғайны. Сарала ҡатнашыусылар ҡалалағы экологияға бәйле мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште.
Надзор органдары етәкселәре атмосфера һауаһының сифаты буйынса мониторинг нисек уҙғарыла һәм уның һөҙөмтәләре менән ҡайҙа танышырға була – шул турала һөйләнеләр. БР Экология министрлығы көн һайын https://ecology.bashkortostan.ru/documents/active. сайтында мәғлүмәт баҫтырып бара. Ултырышта ҡатнашыусылар ҡала предприятиелары һәм надзор органдары етәкселәренең йәмәғәтселек менән үҙ-ара килешеп эшләү мәсьәләһен тикшерҙе. Ултырыш йомғаҡтары буйынса экологик хәлде яҡшыртыу буйынса ҡала программаһын әҙерләргә, һауаны контролдә тотоу станцияларын модернизациялауға аҡса бүлеү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим ителде.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ҡалалағы экологик хәлде яҡшыртыу өсөн үҙ-ара килешеп эшләү алгоритмын әҙерләргә кәрәк тигән уртаҡ фекергә килделәр. Шулай уҡ, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, ил Президенты Владимир Путиндң Май указдарына Ярашлы, Стәрлетамаҡ «Таҙа һауа» федераль проектына эләкһен өсөн, башҡа ҡалаларҙың тәжрибәһен өйрәнеп, ҡулдан килгәнсә тырышырға кәрәк тип билдәләнеләр.
Р.САФИНА.