- Профилактикалау һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау, һәм шулай уҡ, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология өлкәһендә килеп сыҡҡан проблемаларҙы оператив хәл итеү маҡсатында ҡала хакимиәте Йәмәғәт экология советы булдырыу башлап ебәрҙе, - тип һүҙ башланы ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров һәм советтың составына инеүселәрҙең исемлеген уҡып ишеттерҙе. Артур Рәзил улы тәбиғәтте һаҡлау һәм ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу бөгөн айырыуса көнүҙәк булып тора, тип билдәләне.
Йәғәфәр Мөхәрәм улы, Совет тәртип боҙоусыларҙы язаға тарттырыуҙы бурыс итеп ҡуймай, тип баҫым яһаны.
- Стәрлетамаҡ – сәнәғәт ҡалаһы. Беҙ предприятиеларҙың эшен туҡтата алмайбыҙ. Шуға күрә Совет йәмәғәтселек, территориаль надзор органдары, предприятиелар һәм муниципалитет араһында диалог ҡороу мәсьәләһен ҡуя, - тип билдәләне Йәғәфәр Мөхәрәм улы. Кәңәшмә һәм эксперт-консультатив орган булараҡ эшләргә саҡырҙы.
Советта Стәрлетамаҡты Стәрлетамаҡты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “«Таҙа һауа» милли проектына индереү, атмосфера һауаһының бысраныуын контролдә тотоу буйынса яңы автоматлаштырылған станция төҙөү, законһыҙ асылған сүплектәрҙе бөтөрөү, Ашҡаҙар йылғаһы үҙәнен таҙартыу, һәм шулай уҡ «Аҡ диңгеҙ»ҙе рекультивациялау мәсьәләләре ҡаралды.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль идаралығы начальнигы Азат Хәйбуллин республика министрлығы Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Өфөнө «Таҙа һауа» проектына индереү өсөн федераль органдарға күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итте, тип белдерҙе. Азат Фәрүәз улы, республика ҡалаларында һауаның бысраныу кимәле «юғары» һәм «бик юғары» тип билдәләрлек бысраныу индексына тап килмәй, тип билдәләне. Был милли проектта ҡатнашыу өсөн төп шарт булып тора.
2021 йылда Стәрлетамаҡ менән Салауатта һауаның бысраныу кимәле «юғары», ә бынан алдағы биш йыл эсендә «түбән» индексына тап килде.
Советта ҡатнашыусылар, Роспотребнадзор, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы территориаль идаралығы һәм Дәүләт аналитик контроль идаралығы һауаның бысраныу кимәлен тикшереп, был юҫыҡта эште мотлаҡ дауам итергә кәрәк тигән уртаҡ фекергә килде.
Быйыл октябрь аҙағында Стәрлетамаҡта (1-се ҡала дауаханаһы янында) һауаның бысраныуын контролдә тотоусы яңы станция асылғайны. Әле ул аккредитация үтә.
Дәүләт аналитик контроль идаралығының Стәрлетамаҡ бүлексәһе начальнигы Наталья Павлова ҡалала йәнә шундай ике станция ҡуйыу планлаштырыла, тип хәбәр итте. «Таҙа ил» проекты буйынса Стәрлетамаҡта 40-сы тыҡрыҡ урамындағы законһыҙ асылған сүплекте таҙартыу эше алып барыла. Уның майҙаны 18 гектарҙан ашыу. Был эштәр 2023 йыл аҙағына тиклем тамамлнырға тейеш.
«БСК» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының техник сәйәсәт буйынса урынбаҫары Фёдор Афанасьев «Аҡ диңгеҙ»ҙе бөтөрөү эштәре нисек уҙғарыласағы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
Әлеге ваҡытта шлам туплағыстар 468 гектар майҙанды биләй. Проект буйынса был майҙандың яртыһы рекультивацияланасаҡ. Был тәңгәлдә эштәр яҡынса 2032 йылға тиклем тамамланырға тейеш. Башта диңгеҙҙе тәбиғи рәүештә киптерәсәктәр, артабан ҡаты нигеҙ әҙерләйәсәктәр, балсыҡ ҡатламынан “йоҙаҡ” түшәйәсәктәр, һәм һуңғы этапта уңдырышлы ҡатлам барлыҡҡа килтерәсәктәр. Йәғәфәр Мөхәрәм улы билдәләүенсә, шлам туплағыстар тирә-яҡтағы һауаның бысраныуына тәьҫир итмәйәсәк.
Экологик совет ултырышы аҙағында Йәғәфәр Әбдрәшитов унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңышлы эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Р.САФИНА