Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
26 Декабрь 2022, 20:00

Рәсәй Геройы Борис Дудко Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Рәсәй Геройы Борис Дудко Бөрө ҡалаһында йәшәгән ата-әсәһенә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Бөгөн хәрбиҙе ғаиләһе менән Өфө аэропортында ҡаршы алдылар. Геройҙы тантаналы ҡаршылау өсөн уның яҡташтары ла килгәйне.

Рәсәй Геройы Борис Дудко Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты
Рәсәй Геройы Борис Дудко Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Был хаҡта социаль селтәрҙә Бөрө хакимиәте башлығы Антон Талалов хәбәр итә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, декабрь башында Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда тыуып үҫкән 33 йәшлек батыр егетте «Алтын йондоҙ» менән бүләкләне. Борис Дудко – һауа-десант ғәскәрҙәре гвардия десант-һөжүм итеү дивизияһының айырым танк батальоны командиры урынбаҫары. Уның етәкселегендәге рота махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

Бынан алдараҡ тағы бер Рәсәй Геройы Степан Беловтың өйөнә ҡайтыуы билдәле булды. Октябрьский ҡалаһында яугирҙе тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар.

БАШИНФОРМ.

Автор:
Читайте нас: