Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
30 Декабрь 2022, 13:10

Ҡуян һымаҡ түлле булығыҙ!

 Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға ГАЛИНА: – Мин үҙем Ҡуян йылында тыуған кеше булараҡ, шундай теләктәремде еткерәм: иң мөһиме – донъялар имен булһын, Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын. Илебеҙҙе яҡлап яуға киткән һалдаттарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән ҡайтһын!

Ҡуян үҙе түлле булған кеүек, ғаиләләр ишәйһен, балаларыбыҙ күп тыуһын. Ике бала менән генә сикләнмәһендәр.

2023 йылда минең үҙемә шәхсән ҡағылышлы иҫтәлекле даталар: Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағанға 50 йыл тула. Тормош иптәшем Рауил Галин менән бергә йәшәүебеҙгә 52 ике йыл була. Оло ҡыҙыбыҙға яңы ғына 50 йәш тулды.

Аллаға шөкөр, Башҡортостаныбыҙ сәскә ата, донъя яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Республикабыҙ Башлығы – үҙебеҙҙең Ишембай егете Радий Хәбиров бик аҡыллы, әүҙем етәксе икәнлеген күптән эше менән иҫбатланы. Ауылдарға йөрөп, ундағы тормошто үҙ күҙҙәре менән күреп, халыҡҡа яҡын булғаны, халыҡтарҙы берләштерә белгәне өсөн бик яратабыҙ.

 “Шайтан ярлы, беҙ – бай” тип, барына шөкөр итеп кенә йәшәйбеҙ. Бары бер теләк – донъялар ғына имен булһын. Ҡалала булған әйберҙәр ауылда ла бар. Ауыл менән ҡала араһында айырма юҡ тиерлек. Юлдарыбыҙ матур. Быйыл иген уңды. Өҫтәлдәребеҙ тулы ризыҡ, ниғмәттәр. Алдағы йылдарҙа ла шулай булһын!

Ҡуян һымаҡ түлле булығыҙ!
Ҡуян һымаҡ түлле булығыҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: