Хөрмәтле ҡала халҡы, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙгә һеҙҙең изге башланғыстарығыҙ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ арҡаһында уртаҡ тырышлыҡ менән Стәрлетамаҡ үҫеше хаҡына күп нәмәгә ирешергә насип булды. Беҙҙең йорт ихаталарыбыҙ, яр буйҙарыбыҙ һәм ишек алдарыбыҙ (подъездарыбыҙ) тағы ла матурыраҡ, йәмлерәк булып китте. Спорт объекттары барлыҡҡа килде, мәктәптәр реконструкциялана башланы, юлдар яңыртылды. Беҙ һеҙҙең менән ысынлап та бик күп сағыу, оло байрамдар һәм саралар уҙғарҙыҡ.
2023 йыл беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн яҡшы үҙгәрештәр һәм изге хәбәрҙәр, бөтә өлкәләрҙә лә еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар йылы булһын әйҙә. Һәм ул һәр йортҡа, һәр ғаиләгә тыныслыҡ, именлек, һөйөү һәм үҙ-ара аңлашыу алып килһен. Яңы 2023 йыл менән!
Рөстәм Ғәзизов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы
хакимиәте башлығы.