«Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары ауыл ерендә табиҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеү, диспансерлаштырыу һәм профосмотр уҙғарыу кимәлен күтәрәсәк, - тип билдәләнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Яңы ФАП-та барыһы ла алдан уйланылып эшләнгән. Ике ФАП та заманса стандарттар буйынса медицина ярҙамы күрһәтерлек итеп йыһазландырылған. Уларҙың һәр береһендә процедура-прививка кабинеттары, пациенттар өсөн көтөүурыны, санузел, персонал өсөн, медикаменттарҙы һаҡлау бүлмәләре бар.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың “май” указдарыа ярашлы тормошҡа ашырыла.
Р.УСМАНОВА.