Нацизмды еңгән көндө билдәләр алдынан ҡала хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм уның урынбаҫарҙары ҡалабыҙҙа йәшәүсе һуғыш ветерандары өсөн мәхсус байрам – Еңеү парады ойошторҙолар.
Әлеге Еңеү байрамына ҡалабыҙҙа нибары 12 ветеран иҫән ҡалған. Уларға ҡәҙер- хөрмәт күрһәтергә ветерандарҙың яҡындары һәм күрше-күләндәре лә йыйылғайны. Ҡала хакимиәте менән бергәләп һәр ветеран өсөн шәхсән парадты ойоштороуҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Рөстәм Ғаҙан улы Ҡантимеров, ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Әбделғәни улы Ғәбитов, депутаттар, предприятие һәм ойошма етәкселәре һәм вәкилдәре,ҡала мәҙәниәт һарайының ижади коллективы һәм артистары, шулай уҡ 4-се һәм 23-сө мәктәптәрҙең кадеттары ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һуғыш ветерандары Тимерғәзи Тәүәф улы Ғәлләмовты, Константин Егорович Лесовскийҙы, Әхмәтйән Хажи улы Хәбирйәновты һәм 102 йәштең аръяғына сыҡҡан Николай Михайлович Ефимовты шәхсән ҡотлап, Бөйөк Еңеүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөштәре өсөн рәхмәт әйтте.
- Һеҙ Еңеүселәр быуыны. Фәҡәт һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлек, ныҡышмалылыҡ һәм көслө ихтыярығыҙ арҡаһында беҙ ирекле һәм тыныс илдә йәшәйбеҙ. Бөтә ҡала халҡы исеменән һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ һәм һеҙҙең алда баштарыбыҙҙы эйәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйбеҙ, - тине Рөстәм Фәрит улы.
Ә ҡалған ветерандарҙы, йәғни Михаил Васильевич Лопуховты, Шәрифулла Сәйфулла улы Фәйзуллинды, Анатолий Семёнович Секретовты, Михаил Иванович Калабуховты, Хажиәхмәт Шаймөхәмәт улы Ғафаровты ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай һәм ҡала Советы депутаттары ҡотланы. Ә инде ҡала мәҙәниәт һарайы артистары Алина Рай, Рәшит Хәбибуллин, Айгөл Хамзина, Глеб Радов һәм Лилиә Ишембәтова башҡаған фронт йырҙары һәм Еңеү көнө йыры йөрәктәрҙе дәртләндерҙе лә, тетрәндерҙе лә. Ә бына Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, йәш талант Шамил Вәлиев менән уның остазы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Ғәлимйәнов башҡарған гармун моңдары байрам кәйефтәре өҫтәне. Шулайҙа, ветерандарға байрам парадын күҙ алдына килтергән тантана – ул 4-се мәктәптең Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең сик һағы һәм 23-сө мәктәптең Росгвардия һөнәри кластарының кадеттары сығышы булды. Уларға ҡарап, Бөйөк Ватан һуғышының бар ауырлыҡтарын үҙ елкәләрендә татып, үҙҙәренең батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары менән Еңеү килтергән ветерандарыбыҙға лайыҡлы алмаш үҫә тигән һығымта яһарға ла була. Иң мөһиме ветерандарҙың береһе лә онотолманы был юлы. Байрам алды сараһын Ҡала мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Светлана Баранова менән Надежда Шмидт ҙур оҫталыҡ менән алып барҙылар һәм хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың күңелдәрендә мәңгелеккә урын алдылар.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.