Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләүгә әҙерлек башланды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән 2024 йылда байрам датаһына арналған тантаналы сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылды. Был сараға Стәрлетамаҡта ла бар иғтибарҙы йүнәлтәләр. Барлыҡ һуғыш ветерандарын барлап уларҙы ошо көндәрҙә ҡәҙерләү ҡалабыҙҙа яҡшы йолаға әйләнде.
Сөнки геройҙар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгелеккә урын алған тиһәм дә хаталаныу булмаҫ, сөнки ҡалабыҙҙың һәр эре предприятиелары тиерлек үҙҙәрендә эшләп киткән һәм бөгөнгө көндә иҫән булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлай. Хәҙер ул саҡтағы ауыр һуғыш ваҡытын һәм һуғыштан һуңғы илде тергеҙеү осорон күҙ алдына баҫтырыусылар ҙа һирәгәйгәндән- һирәгәйә бара бит. Ярай әле үҙенең балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә улар нисек итеп Ватан мәнфәғәтенә батырлыҡ күрһәтеп, лайыҡлы һәм батырлыҡ менән үткән осорҙо иҫкә ала. Йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, ошо бармаҡ менән генә һанарлыҡ геройҙар орден һәм миҙалдар кейә, көрәштәштәре менән осрашыуға әҙерләнә. Шуларҙың береһе – Михаил Иванович Калабуховҡа яңыраҡ 97 йәш тулды.
Ул 1927 йылдың 27 мартында Көйөргәҙе районының Покровка ауылында тыуып үҫкән. Һуғышҡа тиклем 11 йәшенән колхозда эшләгән. Михаил Иванович Совет Армияһында 1944 йылдың ноябренән 1951 йылдың 14 апреленә тиклем хеҙмәт итә. Ә 1945 йылдың 9 авгусынан 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтының 63537 хәрби часы составында минометсы сифатында империалистик Япония менән һуғышта ҡатнаша. Һуғышта ҡатнашҡаны өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Японияны Еңгән өсөн” миҙалы һәм биш юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Михаил Иванович 1971 йылдан 1982 йылға тиклем “СК” заводының КИП цехында эшләй. Һуғыштан һуң намыҫлы хеҙмәте өсөн ул “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә.
– Әйткәндәй, бынан ике йыл элек “ТАУ НефтеХим” нефть химияһы төркөмө вәкилдәре Бөйөк ватан һуғышы ветераны Калабухов Михаил Ивановичты 95 йәше менән ҡотланы. Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы өсөн рәхмәт йөҙөнән һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләү өсөн ветерандар Советы рәйесе Геннадий Петрович Желяев һәм персонал менән идара итеү хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Макаров Олег Вячеславович геройҙы күрергә килгәйне, – ти уны тәрбиәләүсе кесе ҡыҙы Елена Михайловна. Уның әсәһе Калабухова Мария Афанасьевна ла ғүмер буйы “Сода” заводында насостар машинисы булып эшләгән. Михаил Иванович менән өс балаға ғүмер биреп, 64 йыл бергә йәшәп, гәүһәр туйҙарын үткәреп өлгөргәндәр, үкенескә ҡаршы, 2016 йылда Мария Афанасьевна 82 йәшендә вафат булған. Шуныһы ла мәғлүм булһын: Еленаның улы Александр Александрович Чугунув та хәрби юлдан китеп, бына 7 йыл инде Һарытау хәрби комиссариатында хеҙмәт юлы үтә. Ул олатаһы менән сикһеҙ ғорурлана икән. Әлеге көндә Михаил Иванович Калабухов туғандарының һәм яҡындарының хәстәрлеге, иғтибары һәм һөйөүе менән уратып алынған мөхиттә йәшәй. Уның йөҙөндә беҙгә яҡты донъяларҙы бүләк иткән барлыҡ ветерандарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ һәм уларға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.