Бөгөн Стәрлетамаҡта 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 79 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте.
Шуларҙың иң мәртәбәлеһе - тантаналы парадтыр.. Ҡаланың Төп урамы Ленин проспекты буйлап хәрбиҙәр, кадеттар, патриотик кластар уҡыусылары, Хәрби - диңгеҙ оборонаһында ҡатнашыусылар, шулай уҡ совет осорондағы хәрби техника, шул иҫәптән легендар т - 34 һәм Катюша танкылары үтте. Бынан тыш, бында авиашоуҙы күҙәтергә булды. Парадты ҡарарға бер нисә тиҫтә мең кеше һәм ҡала ҡунаҡтары килә. Халыҡ һаны буйынса республиканың икенсе ҡалаһында байрам саралары көнө буйы дауам итәсәк.