Бөтә яңылыҡтар
АЛҒА
22 Сентябрь , 11:00

Башҡортостанда мобилизация штабы булдырылды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан ителгән өлөшләтә мобилизацияға бәйле махсус штаб булдырҙы.

Башҡортостанда мобилизация штабы булдырылды.
Башҡортостанда мобилизация штабы булдырылды.

«Беҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың өлөшләтә мобилизация тураһында ҡарарын тулыһынса хуплайбыҙ. Башҡортостанда махсус хәрби операция үткәреү кәрәклеген аңлайҙар. Республикабыҙҙа юғары баш командующийҙың указын үтәү өсөн мобилизация штабы ойошторолдо. Беҙ дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы ваҡытында үтәрбеҙ тип ышанам», — тине республика етәксеһе.

Өлөшләтә мобилизация  21 сентябрҙә иғлан ителде. Уның барышында 300 меңгә яҡын резервтағы кешене саҡырыу күҙаллана.

Фото: "Башинформ"

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в