Ошо көндәрҙә коррекцион мәктәпкә үҙ бүләктәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы депутаты, «УралСтройГрупп» компанияһы генераль директоры Радмир Фәхриев та килде.
- Заманса һәм матур биҙәлған, иң алдынғы технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған мәктәптә уҡыйһығыҙ икән балалар. Һеҙгә ныҡлы белем алып, артабанғы теләктәрегеҙгә ирешергә яҙһын, - тип өндәште уҡыусылар менән аралашҡан ваҡытта Радмир Камил улы.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, быйыл Башҡортостанда 2023 йыл Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде. Ошо проект сиктәрендә Радмир Камил улы коррекцион мәктәптә өҫтәлмә асылған класс өсөн роутер, ламинатор һәм канцелярия тауарҙарын тапшырҙы.
Шулай уҡ, мәктәп директоры Александр Бацулин ҡунаҡтар өсөн мәктәп буйлап экскурция ойошторҙо, ремонттан һуң асылған яңы кабинеттарҙы күрәһтте, балаларҙың шөғөлдәре һәм еңеүҙәре менән таныштырҙы.