Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Апрель 2023, 13:13

АТАЙСАЛ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?

Ауылдар тергеҙелә, шишмәләр таҙартыла, мәсеттәр төҙөлә, зыяраттар төҙөкләндерелә – һаналып үткән был изге эштәр “Атайсал” проектының бер өлөшө генә. Үҙ төйәгеңә ярҙам ҡылыуҙың сиктәре юҡтыр, тигән һығымтаға киләһең Мәләүез ҡалаһында республиканың көньяҡ өлөшөндәге ҡала һәм райондары – Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Стәрлебаш, Миәкә, Күгәрсен, Көйөргәҙе вәкилдәре ҡатнашлығында үткән “Атайсалға – изге ғәмәлдәр” муниципаль форумынан һуң.

Проекттарҙың хаҡы – 1,5 миллиард һум


Мәләүездәр төрлө яҡтан ағылған ҡунаҡтарҙы күргәҙмәләр, йыр-моң менән ҡаршы алып торҙо. Ҡунаҡтар үҙҙәре лә, башҡарылған эштәрен баннерҙарға туплап, үҙ күргәҙмәләрен тәҡдим итте.
Форумда йәнле аралашыу тәбиғи күренеш, шуға ла мөһим темаларҙан торған секциялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр эшләп торҙо. Яҡташтар менән бәйләнеште нығытыу, проекттарҙы тормошҡа ашырыу, гранттарҙа ҡатнашып та проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм, әлбиттә, эшләнгән эштәрҙе киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртып барыу буйынса аралашыуҙар үтте.
Һәр кемдең үҙенә генә яҡын булған, тәүге тапҡыр ауаз һалған, тәүге аҙымдар яһаған, яҡты хәтирәләргә ҡоролған төйәге бар. Был төйәктәргә һаман да ашҡынабыҙ, уны һаҡлап, йылыһын һүрелтмәгән туғандарға, яҡындарға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙгә рәхмәттәр әйтәбеҙ. Олатай һәм өләсәй, атай һәм әсәй ере һәр кемгә ғәзиз, унда беҙ көс туплайбыҙ, йәшәүгә яңы дәрт алабыҙ. Һәр кемдең ауылға, үҙ районына ярҙам итеү хыялы ла бар, кемдер юл һалдырырға, йорттарҙы төҙөк һәм матур төҫкә индерергә, кәртәләрҙе буярға, ә кемдер күпер һалдырырға, билдәле кешеләренә арнап һәйкәл асырға теләй.
Атайсал проекты – тап ошондай эштәргә башланғыс, башҡаларға ҡарап тәжрибә алырға ярҙам итә. Баҡтиһәң, был проектта ҡатнашыусылар бихисап.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, “Атайсал” проекты 2021 йылда республика башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса тормошҡа ашырыла башланы.
Статистикаға күҙ һалғанда, 2021 йылдың 1 мартынан “Атайсал” проектына 16764 кеше үҙ тәҡдиме менән ҡушылған. Әлеге ваҡытта тәҡдимдәрҙең 5418-ҙе тормошҡа ашырылған да инде. Ғөмүмән алғанда, интернет-порталда 4 меңдән ашыу кеше теркәлгән, проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 940 миллион һум аҡса йәлеп ителгән, планлаштырылған проекттарҙың суммаһы менән иҫәпләгәндә, 1,5 миллиард һум тураһында һүҙ бара. Файҙалы эштәргә йәлеп ителгән был
суммалар – Башҡортостан меценаттары һәм мәрхәмәтлек күрһәтеүселәрҙең үҙ аҡсалары.

 

Ауылымды тергеҙәм!


Проект шуныһы менән ҡыҙыҡ, ул – ниндәйҙер етешһеҙлек булғанда уға ҡул һелтәп ҡуйыу түгел, ә ниндәйҙер яңы алымдар ҡулланып, уны хәл итеү юлдарын табыу, миҫалдар нигеҙендә тәжрибә уртаҡлашыу ҙа. Мәҫәлән, ауылдар бөтә тип һөйләргә күнеккәнбеҙ, тик һәр ваҡытта ла улай түгел икән, бындай тәжрибәне форумда ҡатнашыусылар үҙҙәре барып күрә алды. Делегаттар бының өсөн Столяровка ауылына барҙы, бында ҡасандыр 2008 йылда ни бары биш йорт ҡына булған тип күҙ алдына ла килтереп булмай.
Сөнки ауыл әлеге ваҡытта бөтөнләй үҙгәргән, хәҙер кешеләр унда ҙур йорттар һалып сығырға теләй. Яңы һулышты был ауылда тыуып үҫкән ир-уҙаман Сергей Иванов килтерә, ул ҡасандыр атаһына ауылды тергеҙәм тип һүҙ бирә һәм әлеге көндә моратына ирешкән тип әйтергә була. Үҙе Ырымбур өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләһә лә, ата-бабаларының ерен ихтирам итеп, асфальт юл һалдыра, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөтә, ауылдың үҙенсәлеге булып торған икенсе икмәк символына – картуфҡа һәйкәл ҡуйҙыра, ауыл шишмәһен тергеҙә, сиркәү төҙөй һәм Бөйөк Ватан һуғышы еңеүселәренә арнап мемориал астыра. Биш йортҡа ҡалған ауыл хәҙер ун тапҡырға ҙурайған, булдырылған инфраструктура, төҙөклөк ауылға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға булышлыҡ иткән.
“Атайсал” проектының сиктәре беҙҙең республика менән генә сикләнмәй, меценаттар үҙ проекттарын сит илдән дә, күрше өлкәләрҙән дә интернет-портал аша тәҡдим итеп
бойомға ашыра ала. Бындай ҙа тәжрибә бар, мәҫәлән, Свердловск өлкәһе Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – губернатор урынбаҫары Азат Сәлихов ата-олаталарының йәнтөйәге Муллағол ауылында мәсет төҙөргә финанс ярҙам күрһәткән.
Был турала ул үҙе үк сәхнәнән һөйләне:
– Үҙем Салауаттыҡы, ҡала балаһы булһам да, ата-бабаларым Муллағол ауылынан, тоҡомом ошо ауылға бәйле булыуын белеп үҫтем. Һөнәрем буйынса күпселек ваҡыт сит өлкәләрҙә эшләнем, һәр ваҡыт үҙемдең республикам өсөн ғорурлыҡ кисерәм, тыуған төйәгем бер ҡасан да онотолмай. Ғорурланып йәшәү генә аҙ, быны мин үҙемдең дуҫым, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтан күреп белдем. Ул ауылына ҡайтҡан һайын кәртә буяныҡ, картуф сәстек, шишмә таҙарттыҡ тип бүлешә. Уның был дәрте, эштән алған ләззәте, рәхәтләнеп һөйләүе миңә лә йоҡто, беҙҙең ауыл да кәм түгел тигән уй менән мәсет һалдырырға булдыҡ. Һәм ауылдаштар менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был эште үтәп сыҡтыҡ.
Шуны уйлап торам әле, беҙгә рәхәт, ярҙам итерлек Атайсалыбыҙ бар. Сөнки тағы ла бер дуҫым бар, ул үҙ илендә бола булған саҡта күптән үк Рәсәйгә күсенеп килгән.
Бына ул, теләһә лә, үҙ Атайсалына бер нисек тә ярҙам итә алмай. Үҙебеҙҙең көслө илебеҙ бар, Атайсалыбыҙҙы белеп, ярҙам итеп йәшәргә хоҡуҡлыбыҙ, – тине Азат Рәфҡәт улы.

 

Стәрлетамаҡта меңгә яҡын проект!


Форум хужалары күберәк үҙҙәре тураһында һөйләһәләр ҙә, үҙебеҙҙең яҡтарҙа ла үҙ ерендә хужаларса баҫып йөрөгән ир-егеттәр бар. Быны Стәрлетамаҡ районы фермерҙары менән аралашҡан ваҡытта белергә була. Сара ваҡытында Рәхмәт хаты менән тантаналы рәүештә билдәләнеп үткән Илдар Буранғолов та ауыл тормошона үҙ хужалығы аша йәм индерә. Үҙ фермер хужалығына ул ауылдаштарын, күрше ауыл халҡын йәлеп итә, тимәк, эш урындарын булдыра, хеҙмәт хаҡын түләй. Ялан-баҫыуҙарҙы ла буш ятҡырмай, мал үрсетеп, көтөү көтә, баҫыуҙарға иген сәсә. Ниндәй ҙә булһа мәрхәмәтлек эштәренә ҡушыла, ауылдаштарын берләштерә. Мәҫәлән, күптән түгел генә ул “Атайсал”
проектына ҡушылып, “Файҙалы эштәр селтәре” башлай һәм ауылдаштарына Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә үткән тамашаға билеттар һатып алып, күмәкләп йөрөп ҡайталар. Бер яҡтан мәҙәни ял булһа, икенсе яҡтан театрҙы үҫтереүгә лә файҙалы өлөш булып тора был күренеш. Ысынлап та, Атайсалыбыҙ ул төҙөү, таҙартыу ғына тип уйлап ҡуймағыҙ, еребеҙҙә туған телебеҙ яңғырап торһон, мәҙәниәтебеҙ үҫешһен, йолаларыбыҙ һаҡланһын. Иң мөһиме, файҙалы эштәр сылбыры туҡталып ҡалманы, район халҡы уны ҡеүәтләп дауам итеп алып китте. “Атайсал” проекты ҡала шарттарында ла үҙ урынын тапты – меценаттар,
эшҡыуарҙар, билдәле кешеләр үҫешкә этәргес биреүсе эштәре менән ҡала йөҙөн матурлай, ярҙам талап ителгән граждандарға үҙ иғтибарын бүлә, мөмкинлектәре сикле граждандарыбыҙға ҡоролмалар һатып алып бирә. Улай ғына ла түгел, патриотик тәрбиә биреү өсөн дә үҙ өлөшөн индерә, мәҫәлән, шундай проекттарҙың береһен күптәребеҙ белә, ул – һауа десанты ғәскәрҙәренә арналған һәйкәл.
– Ҡайһы бер проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Афғанстан хәрби бәрелеше ветерандары союзын оҙаҡ йылдар етәкләп килгән Сергей Пахомов ошондай һәйкәл булдырыу идеяһы менән йәшәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул был хыялын тормошҡа ашыра алмай, баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙ иһә, уның коллегалары, уның ҡулы аҫтында патриотик рух менән тәрбиәләнеп үҫкән йәштәр был эште бергәләп тормошҡа ашырҙыҡ һәм еренә еткереп ҡуйҙыҡ.
Сергей Геннадьевич һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә әйҙәне, илебеҙҙе һаҡларға кәрәклеге тураһында өйрәтте, күп егеттәр өсөн атай һымаҡ булды. Атайҙар ере тип күҙ алдына баҫтырабыҙ “Атайсал” проектын, шуға ла был һәйкәлде проект аша хасил итеү лидерыбыҙ өсөн рәхмәт белдереү хөрмәтен тулыһынса асҡандай булды,– тине проектты тормошҡа ашырыусы, ҡала советы депутаты Игорь Пылаев. Ғөмүмән алғанда, Стәрлетамаҡ “Атайсал” проекттары һаны һәм күләме буйынса алдынғылар рәтендә килә, проект эшләй башлағандан алып 975 ғариза теркәлгән, уларҙың барыһы ла тормошҡа ашырылған.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, муниципаль форумдар дөйөм проектҡа һулыш биреп тора. – “Атайсал” проекты ике йыл элек башланған ине. Алып барылған эш һөҙөмтәләре буйынса муниципаль форумдар яңы дәрт өҫтәгәне һандарҙа уҡ һиҙелә, мәҫәлән, Асҡында үткән беренсе муниципаль форумға тиклем сайтта 10 мең проект иҫәпләнһә, ул тамамланғас, файҙалы эштәрҙең һаны 16 меңдән ашып китте. Һәр бер ошондай форум яңы проекттарға этәргес булып тора, быға тиклем эш башларға икеләнеп тороусылар эштәрен йәһәтләй, яңы меценаттар табыла, сит өлкәләрҙән ҡушылыусылар арта. Бындай осрашыуҙар республика кимәлендә үтәсәк форумға табан яһалған ныҡлы аҙымдар булып тора, – тине Урал Таһир улы.
Мәләүез ерендә үткән форум концерт менән тамамланды һәм артабан эстафета Баймаҡ районына тапшырылды. Әлбиттә, тыуған яғыңа ярҙам йөҙөнән ҡылынған изге ғәмәлдәр ошондай форумдарҙа ғына барланмай. Изге ғәмәлдәрҙең баһаһы юғарыраҡ – күктәрҙә!.. Ошо хаҡта ла онотмаһаҡ ине, эште ҡағыҙ отчет өсөн генә башҡармайбыҙ!..


Стәрлетамаҡ-Мәләүез-Стәрлетамаҡ

АТАЙСАЛ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?
АТАЙСАЛ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?
АТАЙСАЛ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?
АТАЙСАЛ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?
АТАЙСАЛ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?
АТАЙСАЛ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: