Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Апрель 2023, 13:13

Бейеү коляскалары етмәй ине

Бейеү коляскалары етмәй ине
Бейеү коляскалары етмәй ине

Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Атайсал” проекты сиктәрендә бик күп файҙалы эштәр башҡарыла. Интернет аша ataisal.ru порталына инеп үҙегеҙ ҙә проектығыҙҙы теркәп, уны тормошҡа ашыра алаһығыҙ. Күптән түгел генә, мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айнур Ғәйнуллин мөмкинлектәре сикле балаларҙы бейеүгә өйрәтеүсе мәктәпкә ярҙам күрһәткән.

Стәрлетамаҡта февраль айында “Фаворит” халыҡ бейеү ансамбле нигеҙендә мөмкинлектәре сикле булған граждандар өсөн “Ҡанаттар бүләк итегеҙ. Шул тиклем осҡобоҙ килә” исемле мәктәп асылған ине. Проект Башҡортостан Республикаһында терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған балалар һәм үҫмерҙәргә адаптив бейеү спорты үҫешенең комплекслы программаһы нигеҙендә башҡарыла. Был мәктәптә 9 йәштән башлап 15 йәшкә тиклемге 15 бала шөғөлләнә башлаған да инде. Был төркөм яңы ғына асылыуға ҡарамаҫтан, шөғөлләнергә теләүселәр көндән-көн арта бара. Балалар адаптив бейеүгә махсус яраҡлаштырылған коляскалар ярҙамында шөғөлләнә. Мәктәптә әлегәсә ике генә коляска булған, әммә, шөғөлләнеүселәрҙең һаны артыуға бәйле, был коляскалар етмәй башлаған. Балалар күнекмәләрҙе ултырғыстарҙа ултырып башҡарған. Күптән түгел генә ошо мәсьәләне Айнур Ришат улы хәл итергә ярҙам итешкән, был эште ул республикала иғлан ителгән “Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы” сиктәрендә башҡарып сыҡҡан. Проекттың хаҡы 150 мең һум тәшкил иткән һәм ул тормошҡа ашырылған да инде.

Фото проекттың сайтынан алынды.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: