Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
25 Май 2023, 16:44

Файҙалы эш – йәнгә дауа

Файҙалы эш – йәнгә дауа
Файҙалы эш – йәнгә дауа

“Атайсал” проекты сайтында яңынан-яңы проекттар теркәлеп тора, мәҫәлән, шундайҙарҙың береһе 62-се балалар баҡсаһында планлаштырылған, унда мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү йорто биләмәһен төҙөкләндереү тураһында һүҙ бара.

Портал мәғлүмәттәре буйынса, проекттың авторы – Лилиә Үркенбаева. Проект июнь урталарына тиклем тамамланасаҡ тигән ваҡыты ла билдәләнгән. Был балалар баҡсаһының биләмәһе иркен, ҙур майҙанды төҙөкләндереү өсөн дә ярҙам кәрәк, ошондай файҙалыш эштәрҙең береһе балалар баҡсаһы алдында сәскәләр ултыртыу булып торасаҡ.

Төҙөкләндереүгә килгәндә, ваҡыт урынында тормай, элек ялтлап торған объекттар ҙа төҫтәрен юғалта. Мәҫәлән, ҡайһы бер арт-объекттарҙы реконструкциялау проекттары менән сығыусылар ҙа бар. Павел Могильников, файҙалы эштәр проекты сиктәрендә,  Коммунистик урамында урынлаштырылған “Янғын һүндереү” автомобиле арт-объектын яңыртыу проекты менән сыҡҡан, ул был эшкә 30 мең һум аҡса йәлеп итәсәге тураһында яҙып үткән. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, был объект 2017 йылда уҡ авторы Александр Замесин тарафынан булдырылып урынлаштырылғайны. Әйткәндәй, был проект тормошҡа ашырылған да инде. Александр Замесиндың ошо уҡ биләмәлә урынлашҡан тағы ла бер объекты бар: “Карета”, ул да иһә ваҡыт һынауына бер аҙ бирешеп төҫөн юғалтҡан ине. Уныһын да матурларға теләүсе табылған –  үҙенең файҙалы эшен Наталья Урчева тәҡдим иткән, ул, был эшкә ун мең һум аҡса йәлеп итеп, матур төҫкә индерергә вәғәҙә итә һәм был эште тамамлап ҡуя.

Ә һеҙ үҙегеҙ ниндәй файҙалы эштәр башҡарырға әҙерһегеҙ? Оло кешегә юл аша сығырға ярҙам итһәң дә ҙур файҙа, шишмәләрҙе таҙартыу, күҙ алдында торған етешһеҙлекте төҙәтеп ҡуйып сауабын алыу ҙа – үҙе бер бәхет.

Эльдар ФӘТТӘХОВ.

Автор фотоһы.
Һүрәттә: 62-се балалар баҡсаһы.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: