Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Июнь 2023, 15:46

“Ашҡаҙар” гәзите стипендияһына быйыл кем лайыҡ булды?

Бынан ике йыл элек, хәтерләүегеҙсә, башҡорт теле көнөндә гәзитебеҙҙең аҡсалата махсус стипендияһын булдырҙыҡ.

“Ашҡаҙар” гәзите стипендияһына быйыл кем лайыҡ булды?
“Ашҡаҙар” гәзите стипендияһына быйыл кем лайыҡ булды?

Был стипендия уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса тапшырыла. Уға уҡыуында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә өлөш индергән уҡыусы лайыҡ була. Быйыл иһә “Ашҡаҙар” гәзите стипендияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы 7-се класс уҡыусыһы ДӘҮЛӘТКИЛДИНА Айлина Инсаф ҡыҙына тапшырылды.

Айлина тик яҡшы билдәләргә уҡыуҙан тыш бейеү һәм вокал менән шөғөлләнә. Яңыраҡ ҡына уның Сочи ҡалаһында ошо ике йүнәлеш буйынса ла еңеү яулап ҡайтҡаны тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде, тырыш ҡыҙ бына тағы гәзитебеҙҙең геройы булды!

Стипендияны гәзитебеҙҙең баш мөхәрирре Рәмил Мансуров Айлина шөғөлләнгән Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Торатау” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө балалар ансамбленең ун йыллыҡ юбилей концертында тапшырҙы.

Афарин, Айлина, артабан да шулай төрлө яҡлап булдыҡлы булып, ҡалабыҙҙың, халҡыбыҙҙың данын арттырып йәшә! Ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Татната мәлендә Рәмил Ғәбдрәшит улы шулай уҡ депутат сифатында ла шәхси стипендияһын тапшырып үтте. Ҡала Советы депутаты Рәмил Мансуровтың стипендияһына ошондай уҡ һөҙөмтәләргә ирешкән өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты 9-сы класс уҡыусыһы МОРАТШИН Айназ Марсель улы лайыҡ булды. Айназ да шулай уҡ тырышып уҡый, халыҡ бейеүҙәрен яратып башҡара. Әйткәндәй, награда уҡыусының ата-әсәһенә тапшырылды, сөнки тырыш егет йәнә олимпиадаға – Мәскәүгә киткән ине. Айназға ла тик изге теләктәребеҙҙе еткереп ҡалабыҙ!

Үҙенең сығышында Рәмил Ғәбдрәшит улы ҡалабыҙҙа ошондай ижады йәштәр булыуына һоҡланды һәм уларҙың патриотик рухта тәрбәиләнеүен билдәләне һәм

– Ошондай егет-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда, сит-яттар көйөнә түгел, тик үҙебеҙҙең башҡорт ҡурайы моңона бейерҙәр, бейербеҙ! – тип белдерҙе.

Атайсалға ярҙам итеү нигеҙендә башҡарылған был эш – стипендиялар тапшырыу йолаһы алдағы йылдарҙа ла йәшәр тип вәғәҙәләп ҡалабыҙ!

“Ашҡаҙар” гәзите стипендияһына быйыл кем лайыҡ булды?
“Ашҡаҙар” гәзите стипендияһына быйыл кем лайыҡ булды?
“Ашҡаҙар” гәзите стипендияһына быйыл кем лайыҡ булды?
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: