Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Июль 2023, 13:55

«Атайсал»ға өлөш индереп…

Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе һабантуйында башҡорт халҡының мәҙәниәте үҫешенә, шулай уҡ «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергән замандаштарыбыҙҙың хеҙмәте билдәләнеп үтелде.


Фиҙакәр намыҫлы хеҙмәте һәм башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттары менән Санкт-Петербургта милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса комитет рәйесе Олег Капитанов; Санкт-Петербургтың Милләттәр йорто дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Александр Карлов; Ленинград өлкәһенең урындағы үҙидара, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе Лира Бурак билдәләнде.

Бөтә донъя башҡорттарының юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы түбәндәге рухташтарыбыҙға тапшырылды:

Хәйруллин Камил Әғзәм улы — «Айзет-Телеком Урал» йәмғиәте етәксеһе, тыуған төйәген — Силәбе өлкәһенең Солтан ауылын тергеҙеүсе меценат;

Ибраһимова Гөлназ Хәләф ҡыҙы — Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ошо ҡаланың госпиталендә дауаланған Башҡортостан яугирҙәренә ҙур ярҙам күрһәтеүсе оло йөрәкле яҡташыбыҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:

Фәхриева Оксана Петровна, Ленинград өлкәһенең Дуҫлыҡ йорто ҡарамағындағы башҡорт интерактив музейы директоры;

Ҡасимов Руслан Хәбибулла улы, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар советы рәйесе.

Шулай уҡ әүҙемселәрҙән бер төркөм Рәхмәт хаттары һәм Башҡортостандың ведомство наградалары менән бүләкләнде. Был хаҡта урындағы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яҙып сыҡты.

«Атайсал»ға  өлөш индереп…
«Атайсал»ға өлөш индереп…
Автор:
Читайте нас: