Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Октябрь 2023, 15:06

ЕТЕ МЕҢ КВАДРАТ МЕТР СЕЛТӘР ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҠОТҠАРЫР

Стәрлетамаҡтан фронтҡа сираттағы гуманитар ылау оҙатылды.

ЕТЕ МЕҢ КВАДРАТ МЕТР СЕЛТӘР ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҠОТҠАРЫР
ЕТЕ МЕҢ КВАДРАТ МЕТР СЕЛТӘР ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҠОТҠАРЫР

“Аструм” сауҙа үҙәгендә махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән 2600 квадрат метрҙан ашыу маскировкалау селтәре тейәлгән гуманитар ылау махсус хәрби операция зонаһына юлланды.
Сауҙа комплексы директоры Илфат Ниғмәтуллин әйтеүенсә, бындай ылау хәҙер өсөнсөгә оҙатылды. Быныһы иң эре партияларҙың береһе. Дөйөм майҙаны 2640 квадрат метр булған 440 селтәр беҙҙең ғәскәрҙәрҙең алдынғы позицияларына – фронттың алғы һыҙығына ебәрелде. Был конвойҙың үҙенсәлеге шунда, ул тулыһынса ҡаланың православие һәм мосолман диндарҙарының хәйриә аҡсаһына йыйылған. Ирекмәндәр көсө менән бында йәмғеһе бер миллион ярым һумлыҡ ете мең квадрат метрҙан ашыу селтәр әҙерләнелгән.
Ҡалалағы ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары, пенсионерҙар, эшселәр, хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар ҡатнаша. Улар, буш ваҡыттары булғанда, бында сәғәттәр буйы маскировкалау туҡымаларын таҫмаларға турап, селтәр үрәләр.
Мәҫәлән, Федорова София Александровна 35 йылдан ашыу ваҡыт Ауырғазы районы балалар йортонда эшләгән. Әле ул Стәрлетамаҡта йәшәй, “Бергә атлайбыҙ” скандинавса йөрөү төркөмөндә шөғөлләнә, ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы. Валентина Михайловна Егорова “Авангард” заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул да бында селтәр үрергә йыш йөрөй.
Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттарының – үҙ ирекмәндәр хәрәкәте. Улар быйылғы уҡыу йылы башланғандан алып, формалар кейеп, аҙна һайын һәр шаршамбы бында эшкә йөрөй: кемдер таҫмалар киҫә, кемдер селтәр үрә. Студенттарҙың ҡайһылары бында үҙҙәренең профиле буйынса практика ла үтә, ә ҡайһылары дәрес ваҡытында, ике сменаға бүленеп – иртәнге сәғәт 10-дан һәм көндөҙгө 2-нән эшләй. Сентябрь айында колледж студенттары 2248 квадрат метр 358 селтәр үргән.
– Был селтәрҙәрҙе беҙ фронттың дүрт йүнәлеше буйынса алғы һыҙыҡҡа – Луганск, Донецк халыҡ республикаларына, Запорожье һәм Херсон өлкәләренә алып барабыҙ, – тип һөйләне гуманитар йөктө оҙатыр алдынан “Набат” союзы етәксеһе Илдус Мәнәпов. – Тәғәйен генә алып барыр урын юҡ, һәр хәлдә – контрактсылар өсөн дә, мобилизацияланғандар өсөн дә, Башҡортостандың ирекле батальондары өсөн дә.
– Хәҙерге һуғышта маскировкалау селтәрҙәре иң алғы һыҙыҡта иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе булып тора, – тине ҡала хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Павел Шорохов. – Был проект төрлө милләт кешеләрен, төрлө дин тотоусыларҙы, төрлө йәштәгеләрҙе бергә йыя, – тип өндәште ул гуманитар конвойҙы ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға фронттағы яҡташтарҙың сәләмен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндә.
– Был селтәрҙәр алғы һыҙыҡтағы тиҫтәләрсә ир-егеттәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарҙы. Әле беҙ ике “КамАЗ”лыҡ яңы ылау әҙерләйбеҙ, уныһын 15 октябрҙә ебәрербеҙ тип торабыҙ.
Әйткәнәдәй, акцияла ҡатнашыусылар араһында үҙе теләп фронтҡа киткән сауҙа комплексы директоры урынбаҫары ла бар ине. Ул да, конвой ебәреүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, маскировкалау селтәрҙәренең фронттың алғы һыҙығында бик кәрәкле сара булыуын әйтте.
Ылауҙы алыҫ юлға оҙатҡанда традиция буйынса Өфө епархияһы Стәрлетамаҡ округынан православие руханийы Павел менән ҡалабыҙҙың “Мөхәммәтсәлим” мәсете имам-хатибы Рөстәм хәҙрәт фатихаһын биреп ҡалды. Изге ниәт, фатихалар менән юлланған ылау яугирҙарыбыҙҙы йән һаҡлағыс бетеү, ҡалҡан булып ҡурсалаһын ине.

ЕТЕ МЕҢ КВАДРАТ МЕТР СЕЛТӘР ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҠОТҠАРЫР
ЕТЕ МЕҢ КВАДРАТ МЕТР СЕЛТӘР ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҠОТҠАРЫР
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: