Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Октябрь 2023, 15:19

ӨЙҘӘГЕЛӘР ӨСӨН ҺАЛДАТТАРҘЫҢ КҮҢЕЛЕ ТЫНЫС

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға бәйле һәр сығышында яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам хаҡында әйтә килә. Етәксе һүҙҙәренсә, һәр муниципалитет, үҙ сиратында, был категорияға ҡараған кешеләргә айырыуса иғтибар бүлергә тейеш. Стәрлетамаҡта әлеге йәһәттән байтаҡ эштәр атҡарыла. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында ҡала һәм республика учреждениелары белгестәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыу уҙғарҙы.

Сара башланыр алдынан мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында күргәҙмә эшләне. Унда махсус хәрби операция зонаһында булған хәрби хеҙмәткәрҙәргә әүҙем ярҙам итеүсе ойошмаларҙың эше күрһәтелде. Теләгән кешегә маскировкалау селтәрен үреү, окоп (блиндаж) шәме яһау, һалдаттарға хат яҙыу, таҫмалар эшләү һымаҡ эштәрҙә ярҙам итергә мөмкин булды. Янсыҡҡа ҡул менән яҙылған хаттарҙы, ҡулдан яһалған бетеү һәм Тыуған яҡ сәләмен ебәрергә мөмкин ине.
Шулай уҡ “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды, танкистар союзы, “Ҡара генерал” эҙләү отряды, “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе, Республика йәштәр психологик үҙәге филиалы һәм башҡа ойошмаларҙың күргәҙмәләре эшләне. Фойела махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларҙың яҡындары һәм туғандарына белгестәргә психологик ярҙам һорап, шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин булды. Был көндө медицина ойошмалары, кредит-финанслау, РФ Пенсия фонды, ҡаланың һәм райондың хәрби комиссариаты, суд приставтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡала халҡына консультация бирҙе. Бәләкәстәргә һүрәт төшөрөү, гөлләмәләр яһау өсөн уйын өҫтәлдәре ҡуйылғайны.
Артабан осрашыу мәҙәниәт һарайының залында дауам итте. Сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина, “Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты”ның Стәрлетамаҡтағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Янина Волочаева, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, “Башҡортостан халҡы тылы” инициатив төркөмө етәксеһе, “Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты” төбәк бүлексәһе ағзаһы Юлиә Хәлилова, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге етәксеһе Евгения Долгих, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкиле Алһыу Монасипова, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары һәм башҡа ведомство структуралары, “Ватанды һаҡлаусылар» фонды “СОГАЗ” страховкалау компанияһы һәм “ВТБ”, “ПСБ” банктары вәкилдәре ҡатнашты.
Осрашыу сиктәрендә социаль ярҙам вәкилдәре менән кәңәшмә ойошторолдо. Ғәмәлдәге программалар тураһында һөйләнеләр, шулай уҡ артабанғы пландар ҡаралды.
Осрашыу башында Янина Волочаева ҡала Комитеты эше тураһында һөйләне, “Герой ҡатыны” күргәҙмәһенән видео күрһәтте, шулай уҡ “Геройҙар Аллеяһы” күргәҙмәһе тураһында бәйән итте.
Рөстәм Ҡантимеров хәрби хәрәкәттәр ветеранына таныҡлыҡ бирелеү һәм шулай уҡ, ике-өс аҙна буйы бәйләнешкә сыҡмаған (яуап бирмәгән) хәрбиҙәр менән нисек бәйләнешкә сығырға тигән һорауҙарға яуап бирҙе, эш хаҡы картаһын нисек блокировкаларға һәм бер иҫәпкә теркәлгән ике картаны нисек алырға икәнлеген ентекләп аңлатты.
Хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан мөрәжәғәттәр ҡабул итеү тураһында Евгения Долгих та һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ҡалала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге эшләй башлағаны бирле яугирҙарҙың ғаиләләренән һәм ағзаларынан 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Иң йыш бирелгән һорауҙар осрашыуҙа тикшерелде. Мәҫәлән, ул мәктәптә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең бәлиғ булмаған балаларының бушлай туҡланыуы, шифаханаларҙа ял итеү хоҡуғы менән файҙаланыу мөмкинселеге мәсьәләләрен күтәрҙе. Юлиә Хәлилова “Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты” эше тураһында бәйән итте. Халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеүҙән тыш, комитет патриотик проекттарҙы етәкләй, республика ҡалаларына һәм райондарына сығып, халыҡ менән мәғлүмәт эштәре алып бара, тип һөйләне етәксе.
Павел Шорохов октябрь урталарында фронтҡа оҙатылысаҡ сираттағы гуманитар ылау тураһында һөйләне, әйткәндәй, һалдаттарҙың яҡындары һәм туғандары шәхси посылка ла ебәрә ала. Уларҙы Шаймортов урамы, 4-се йорт адресы буйынса “Ватан” хәрби-патриотик берекмәһендә йыялар. Был ылау бер юлы 6 мең саҡырымдан ашыу юл үтә, тине. Ул шулай уҡ, конвойҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүсе предприятиелар һәм ойошмаларға, битараф булмаған ҡала халҡына рәхмәт әйтте.
Осрашыу бик һөҙөмтәле булды, күп һорауҙар тыңланылды. Сара аҙағында ойошма вәкилдәре менән туранан-тура фекер алышырҙай шәхси һорауҙар ҡаралды. Ҡайһы бер мәсьәләләр осрашыу мәлендә үк хәл ителде.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: