Рәмзәнә Абуталипова – филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре.
Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы – 250-гә яҡын ғилми, ғилми-методик мәҡәлә, ике монография, утыҙлап дәреслек, методик һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары авторы hәм авторҙашы. Улар араhынан авторҙаштары менән ҙур көс һалған башҡорт балалар баҡсаhы өсөн тәүге дәреслек «Ләйсән» һәм уға методик ҡулланманы, «Йәш уҡытыусыға ярҙамға» методик ҡулланмаһын, «Бүләк» дәреслегенә методик ҡулланманы, «Тел уҡытыу методикаһы буйынса терминдарҙың руссабашҡортса hүҙлеге», «Башҡорт телендә аспектуаллек функциональсемантик категорияһы», «Төрки телдәрҙә аспектуаль мәғәнәләрҙе репрезентациялаусы саралар» исемле монографияларын, «Башҡорт телендә аспектуаллек категорияһы» уҡытыу-методик комплексын айырым билдәләп үтергә мөмкин. 2013 йылдан Рәсәй ғилми фонды, Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды эксперты ла ул.
2000 йылдан Р.Ә. Абуталипова Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы ағзаhы. Уның «Әнисә, йәшең нисә?» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1993 йылда донъя күрә. «Асыуланма, Сыбарҡай» (1995), «Сиңерткә йәшенмәк уйнай» (2002), «Мин үҫәм» (2006), «Бесәй быйма эсендә» (2018) исемле китаптары сыға. 1997 йылда «Шаңдау» йыйынтығында өлкәндәргә тәғәйенләнгән «Яҙ һөйөнсөһө» тип аталған китабы баҫыла. Ул үҙен башҡа жанрҙарҙа ла hынап ҡарай: хикәйә, әкиәт hәм скетчтары республика матбуғат
биттәрендә даими баҫылып тора.
…Иң изге рухи мираҫтарҙың береһе – йыр-моң. Әсхәт ағай гармун тартҡанда, үҙ ҡулдары менән яhаған скрипкала моңло итеп көй һуҙғанда Рәшиҙә апай оҫта итеп «Уйыл», «Азамат», «Сибай», «Мәҙинәкәй», «Гөльямал», «Һандуғас»ты башҡара. Ата-әсә биш балаһын һәр яҡлап үҫтерергә тырыша: сабыйҙар хеҙмәт яратып, әхлаҡи тәрбиә ала, әҙәби ижад менән дә мауыға.
Бына шундай һәр мәғәнәлә күркәм ғаиләлә тәрбиәләнә бөгөнгө көндә республиканың белем биреү, фән һәм ижади донъяһында киң билдәле шәхес Рәмзәнә Абуталипова. Әммә уның уңыштарында, һис шикһеҙ, шул бала саҡта һалынған орлоҡ ҡына түгел, Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙының үҙенең рухи көсө, ныҡышмалығы, сабырлығы, ныҡлы таянысы булған коллегалары һәм яҡындарының да өлөшө ҙур. Нисек кенә булмаһын, ул ошо абруйлы һәм яуаплы булмышын бөгөн дә лайыҡлы күтәрә.
Рәмзәнә Гүзәл апаhы менән тәүге шиғырҙарҙы аталары етәкселегендә яҙып ҡарай. «Башҡортостан пионере» гәзитендә «Ҡар яуа» шиғырының донъя күреүе ҙур ғаилә өсөн оло байрамға әүерелә. Артабан бындай уңыштан ҡанатланған ҡыҙҙарҙың шиғырҙары, мәктәп, ауыл тормошо тураhындағы мәҡәләләре республиканың гәзитжурналдарында даими баҫылып тора. Ысын ижад емеше булып йөрәк ярып сыҡҡан тәүге шиғыр юлдары шулай ҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияинтернатында уҡыған йылдарҙа яҙыла.
Ә бөгөн инде ул билдәле шағирә кимәленә күтәрелде.
Данлыҡлы мәктәптә уҡыу, күренекле яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыhы Ф.Ф. Абдуллинаның әсәләрсә хәстәре Рәмзәнәлә киләсәген туған тел һәм әҙәбиәт менән бәйләү теләге уята. Шуға ла БДУ-ның филология факультетына уҡырға инеүе тәбиғи хәлдер. Республикала Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы тәү сиратта ғалимә булараҡ билдәле. Мәктәптә күпмелер һөнәри тәжрибә туплап, 1983 йылда кендек ҡаны тамған Стәрлетамаҡҡа әйләнеп
ҡайта һәм бына бер нисә тиҫтә йыл үҙенең тыуған ҡалаһына һәм халҡына хеҙмәт итә фекерҙәшем. 1987 йылда ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла. Әлеге ваҡытта Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы – БДУның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры. Ул 1995 йылда Мәскәүҙә педагогия фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияhы яҡлай, 2000 йылда доцент дәрәжәhенә эйә була. Ә 2009 йылда иһә филология фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Танылған ғалимә-методист башҡорт теле уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтә, ғилми-методик семинарҙарҙа лекциялар уҡый, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү курстары менән етәкселек итә.
Уҡытыусы, ғалимә, шағирә…
– Фәнде – ижадтан, ижадты фәндән айырып ҡарау мөмкин түгел, минеңсә: фән дә, ижад та туҡтауhыҙ эҙләнеүҙәргә, уйланыуҙарға, йәшәйеш hәм беҙҙе уратып алған донъяны мөмкин тиклем тәрәнерәк аңлауға, өйрәнеп белеүгә нигеҙләнгән. Алдыңа юғары маҡсат ҡуйып, шул маҡсатҡа ирешеү йүнәлешендә башҡарылған hәр көндәлек эш – үҙе үк бәхет. Сөнки ирешелгәнгә ҡәнәғәтләнеп, хушhынып ултырыу эске торғонлоҡҡа, битарафлыҡҡа килтерә кеүек миңә, – ти Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы тормошо, бәхете хаҡында һүҙ йөрөтөп.
Кешенең хеҙмәтен, әлбиттә, китаптары, эҙләнеүҙәре генә тәшкил итмәй. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙына уҡыусылары ғына түгел, һабаҡташтары ла өлгө күрһәткәне, тырышлыҡҡа өндәгәне, тормошта үҙ урыныңды табырға юл күрһәткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтле. Ошо күренеште иғтибарға алғанда ла, бик күпкә ишаралай түгелме ни?!
Уны беҙ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ та беләбеҙ. Ул Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайында, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары
йәмғиәтендә, Башҡортостан яҙыусылар союзында ҙур эштәр атҡара. Хәйер, әйтелгәндәр генә уның бөтә йәмәғәт эшендәге хеҙмәтен тулыһынса сағылдырып бөтмәй. Тимәк, ул бөтә булмышы менән...
Мәҡәләне тулыһынса "Ашҡаҙар" гәзитенең 2019 йыл 29 март № 26 (1957) сыҡҡан һанында уҡығыҙ.