Хәҙер инде буласаҡ шәфҡәт туташы – 4-се курста, ҡулына диплом алырға йыйына.
Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер тиҫтерҙәре һымаҡ ике һүҙенең береһендә Мәскәү менән Санкт-Петербургты телгә алмай Алина, ә ошо ҡалала төпләнеп, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләргә хыяллана. Урындағы медицина өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡа торғанда бындай сергә ҡыуанырға ғына ҡалалыр.
Әйткәндәй, студент ҡыҙ ғилми эштәр менән дә шөғөлләнә, медицина темаһына мәҡәләләр яҙа.