Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ҺЕҘҘЕҢ ХЕҘМӘТТӘН ҒҮМЕР БАШЛАНА

Был һөнәр иң кешелекле, иң кеселекле һөнәр булараҡ билдәле. Сөнки донъяға аяҡ баҫыуыбыҙ менән ошо аҡ халатлы фәрештәләр менән осрашабыҙ һәм әсә ҡосағына ингәнсе уларҙың ҡулдарында бәүеләбеҙ. Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да буласаҡ әсәгә иң изге бурыс үтәргә, сабыйына донъяға килергә ярҙам иткән акушерын кем иҫләй һәм кем исемен әйтә ала икән? Ә бит акушерҙар өсөн тыуған һәр бер сабый иң беренсеһе кеүек, барлыҡ ауырлыҡтарға әҙер булырға, һәр аҙымды төплө уйлап эшләргә кәрәк. Улар бер юлы ике ғүмер өсөн яуаплы!18 йыл ғүмеренен акушер һөнәренә бағышлаған Зөлфиә Фәрит ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНА нисә сабыйға донъяға килергә ярҙам иткәненең иҫәбен дә иҫләмәй инде.

– Үҙем ике бала әсәһе, ул һәм ҡыҙ үҫтерәм, – тип кенә йылмайҙы Стәрлетамаҡ 1-се клиник дауаханаһының перинаталь үҙәгендә эшләүсе юғары категориялы акушер, шулай ҙа артабанғы әйткәне барыһын да үҙ урынына ҡуйҙы буғай. – Мәктәпте тамамлағас, акушерлыҡҡа уҡырға барыуым билдәле ине, ҡатын-ҡыҙға – әсәй булырға, сабыйҙарға – донъяға килергә ярҙам итергә теләнем, – тип өҫтәне ул. Нисә бала тыуған, күпме эшләгән... барыһынан ошоноһо ҡәҙерле түгелме ни: донъяға килергә ярҙам итергә! Ысынлап та, ниндәй бөйөк һөнәр был, күпме хеҙмәт сағыла!
Бер сменала (бер тәүлек) 3 акушер эшләй, һәр береһенә – өсөшәр бала табыу палатаһы.
– Элегерәк, тыуым юғары булғанда, бер палатанан икенсеһенә йүгереп йөрөй инек, ә хәҙер өлгөрәбеҙ, – тине табип демография хәленә лә асыҡлыҡ индереп. – Тыуасаҡ баланың әсәһе янында яҡын кешеһе булыу практикаға ингәс, беҙҙең эштә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәле лә ынғай яҡҡа үҙгәрҙе. Янында яҡын кешеһе булыу әсәне тынысландыра, ышаныс өҫтәй, беҙҙең эшебеҙ өсөн был бик ҙур ярҙам. Үҙенең көсөнә ышанған тыныс әсә – идеаль пациент, – тип яңылыҡтар хаҡында ла һөйләп үтте ул.
Баланың тыуыу һөҙөмтәһе акушерҙан ғына тормай, буласаҡ әсәгә психик яҡтан әҙер булыу зарур. Медицинаның алға барыуы, әлбиттә, бала табыуға тик ыңғай шарттар тыуҙыра. Әммә хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар бушаныуға физик яҡтан да, рухи яҡтан да әҙер булып киләләр. Бында улар менән эшләгән дауаханаларҙың роле шаҡтай ҙур икән. Ошо хаҡта ла бәйән итте Зөлфиә Фәрит ҡыҙы.
Бала тыуҙы... Әсә менән сабый ял итә. Тик акушерҙың ғына эше тамамланмаған әле. Ул һәр бер пациентҡа 4-5 журнал тултыра: әсә һәм бала тураһындағы, дарыу һәм шприцты күпме күләмдә ҡулланғаны һәм башҡа бик күп мәғлүмәтте тәфсирләп яҙа. Акушер әйтеүенсә, яҙыу эше күп ваҡытты ала, ә уның эшендә һәр секунд ҡәҙерле, ҡайһы берҙә журналдарҙы тултырып өлгөртөп тә булмай.
...Уның өсөн бәхетле һәм һау-сәләмәт әсә менән сабыйҙы бала табыу йортонан оҙатҡан ваҡыт – иң ҡәҙерлеһе, иң иҫтә ҡалғаны.
– Барлыҡ әсәләргә лә тағы килеүҙәрен, балаларының ғына түгел, үҙҙәренең дә һаулыҡтарын хәстәрләүҙәрен һорап ҡалам, беҙ һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ, – ти ул. – Акушер булыу ауыр һәм көсөргәнешле. Тик һәр бер ялдан һуң кире эшемә ашығам. Бала тыуыуы һәйбәт үтте, әсә шат, сабый иң ҡәҙерле тәүге күкрәк һөтөн эсте – был бит мөғжизә! Тормоштоң ошондай шәп хәрәкәттә булыуын яратам мин. Үҙ эшемдән ләззәт алам! Минең кеүек үҙ эшенән көс һәм дәрт алып йәшәгән, пациенттары өсөн өҙөлөп торған коллегаларымды байрамыбыҙ, акушерҙар көнө менән тәбрикләйем! – тигән теләктәрҙә йомғаҡлай һүҙен Зөлфиә Фәрит ҡыҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙың төп рөле әсә булыуҙа. Үҙеңдең йөрәк аҫтында яралған сабыйҙан яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк бер ни ҙә юҡ икәнлеген һәр бер әсә дәлилләйәсәк. Ә бына шул бәхетте ҡулыңа тәүге тотторған кеше – акушер!
Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА.
Читайте нас: