Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Уларҙы Германия ҡауыштыра!

Кешенең яҙмышы тыуғанда уҡ маңлайына яҙылып ҡуйыла, тиҙәр. Әлеге мәҡәләнең геройҙары Хәҙисә һәм Сөләймән Ғөбәйҙуллиндар тураһында яҙғанда ошо һүҙҙәрҙең хәҡиҡәт икәнлегенә йәнә лә инандым.

Ун ете ҡыҙ араһынан өсәүһен генә һайлап алалар
...1945 йыл. Еңеү көнөн ҡаршыларға күп ҡалмаған. Совет һалдаттары һәр метр ер өсөн һуғыша-һуғыша Еңеүҙе яҡынайтырға тырыша. Һуғыштың әсе елдәре (фронттан меңдәрсә саҡырым алыҫ булған тылдағыларға ла) ҡағыла. Биш балалы ишле ғаиләнән булған Хәҙисә лә, башҡа бик күп үҫмерҙәр һымаҡ, аслы-туҡлы ғына көн күрә. Серегән бәрәңге, үлән ашап үҫә, аяҡта – сабата, тула ойоҡ. Бына шулай итеп колхоз эшенә йөрөй ул. Әммә күңелдәр көр, рухы көслө була ул заман кешеләренең. Тәүәккәл дә була Хәҙисә.
Бер көндө ул Өфөнән бер төркөм ҡыҙҙарҙың, һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында, хәрби хеҙмәткә алыныуҙары тураһында белеп ҡала. Ябай ғына ауыл ҡыҙы, ике лә уйлап тормай, ата-әсәһенең ай-вайына ҡарамай, мәктәптә уҡып йөрөгән еренән уҡыуын ташлап, хеҙмәткә китергә ҡарар итә. Өфө хәрби комиссариатында һаулыҡтарын ныҡлы тикшергәндән һуң, ун ете ҡыҙ араһынан өсәүһен генә һайлап алалар. Хәҙисә шул өсәүҙең береһе була.
Тап ошонда осрата ла инде ул Хәҙисәне...
Ҡыҙҙарҙы Германияның Потсдам ҡалаһына ебәрәләр. Хәҙисә унда тәүҙә ашнаҡсы булып эшләй, аҙаҡ бухгалтер була. Хәрбиҙәр йәшәгән ятаҡҡа хат ташырға ла тура килә уға. Бер мәлде ҡыҙ, хаттың тышындағы адресына ҡарап, Сөләймән исемле яҡташы барлығын белеп ҡала. Ер аяғы ер башына барып яҡташыңды осрат әле! Етмәһә, бер райондан – егет Ауырғазы районы Ләкәнде ауылынан, ә Хәҙисә – Кешәнненән. Шулай танышып, һөйләшеп китә улар. Баҡтиһәң, командирҙы Потсдамға курстарға ебәргәндәр икән. Йәштәр бергәләшеп киноға йөрөйҙәр, матур киләсәк тураһында хыялланалар.
Бөйөк Еңеү көнөн Сөләймән Ғөбәйҙуллин Чехославакияла ҡаршылай. Артабан Венгрияға ебәрәләр, һуңыраҡ Мәскәүгә ҡайтаралар. Күпме илдәрҙе гиҙеп, ут-һыуҙарҙы кисеп, һуғышта сыныҡҡан йәш һалдатта хәрби кеше булыу теләге көслө була. Ял итеп тә тормай, Рязань пехота училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлау менән кире Германияға Ютербог ҡалаһына взвод командиры итеп ебәрәләр. Сәйәсәт хеҙмәткәре тигән яңы вазифа индерелгәс, командирҙы Потсдамға курстарға ебәрәләр. Тап ошонда осрата ла инде ул Хәҙисәне.
Сөләймәнде ҡапыл ғына кире элекке часына ҡайтаралар. Шунан, күп тә үтмәй, отпускыға ҡайтарыу тураһында приказ ала. Ә приказды хәрби кеше теүәл үтәргә тейеш. Ҡайтырға билет ала. Һалдат, инде һөйгәнемде юғалттым тип уйлап йөрөгәндә, Хәҙисәне һис уйламағанда Ҡазан вокзалында осрата. Баҡтиһәң, Хәҙисәгә лә отпуск биргәндәр икән. Йәштәр, тыуған яҡтарына ҡайтып, туй яһап, йәнә Германияға китә. Унда ҡыҙҙары Рәйсә тыуа. Торғаны кинолағы һымаҡ инде был ғаилә, мөхәббәт тарихы!
Партия ҡушыуы буйынса!
1945 йылда Ҡораллы Көстәр сафын ҡыҫҡартыу сәбәпле, Сөләймән Ғөбәйҙуллин ғаиләһе менән Ауырғазыға ҡайта. Унда милицияла эшләй башлай. Шунан Октябрьский ҡалаһына ебәрәләр. Ошо осорҙа ул Өфөлә юридик институтта уҡый. Башҡортостанға күсеп ҡайтҡас, ҡыҙҙары Рима, Эльвира тыуа. Хәҙисә ашханала эшләй. Партия ҡушыуы буйынса Башҡортостандың арҡырыһын-буйын иңләп тигәндәй, төрлө райондарҙа хәрби етәкселек эшендә эшләргә тура килә Сөләймән Нәбиулла улына. Ғө-бәйҙуллиндар, ғаилә башлығы Ейәнсурала ун һигеҙ йыл милиция начальнигы булып эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡҡа килеп төпләнә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, хәрби намыҫ ҡушыуы буйынса, үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара яугир. Төҫкә сибәр, эшкә уңған, кешегә итәғәтле Хәҙисәне лә ҡайҙа эшләһә лә яратып, үҙ итеп торалар. “Һин бешергән аштар тәмле була” тип, юғары ҡунаҡтар килгәндә табын әҙерләүҙе һәр саҡ Хәҙисәгә ышанып тапшыралар.
Бабай аккордеонда уйнай, мин ҡушылып йырлайым
...Сөләймән Нәбиулла улының яҡты донъянан китеүенә лә хәҙер ун ике йыл булып киткән. “Ирем бик әйбәт кеше булды. Ғүмере буйы яуаплы вазифаларҙа эшләһә лә, бик кеселекле, кешелекле, йомшаҡ күңелле ине, – ти Хәҙисә апай яратҡан тормош иптәше менән бергә үткән бәхетле йылдарын һағынып. – Эй күңелле йәшәнек тә инде – бабай аккордеонда уйнай, мин ҡушылып йырлайым”, – ти ҙә моңло итеп:
Беләҙек менән йөҙөктө
Ҡойоусылар тар итә.
Араларҙың йыраҡлығын
Бер күрергә зар итә.
– тип таҡмаҡлап йырлап та ебәрә ул.
– Хәҙер кешеләр үҙгәрҙе, күрше хәлен күрше белмәй, заманы шундай инде, – ти апай хәҙерге тормоштоң ҡайһы бер кире күренештәренә йәне көйөп.
Ә шулай ҙа ниндәй бәхетле Хәҙисә апай! Өс ҡыҙы ла иҫән-һау, үҙ ғаиләләре менән донъя көтә. Оло ҡыҙы Рәйсә, атаһынан күрмәксе, хоҡуҡ һаҡлау юлын һайлаған. Ғүмере буйы судъя булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Рима менән Эльвира ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Алты ейән-ейәнсәре лә хәҙер үҙҙәре башлы-күҙле булып, ғаилә ҡороп йәшәй.
Урамда осраған һайын һәр кемгә лә һаулыҡ биреп, хәл-әхүәлдәрен һорашып, фатихалар биреп оҙатып ҡала туҡһан йәшенә аяҡ баҫҡан аҡ яулыҡлы, аҡ кейемле, аҡ күңелле ағинәй.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: