Бөтә яңылыҡтар

Һаман да интернат тип янып йәшәй

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы гражданы Зәлифә СИТДЫҠОВА үҙенең аҫыл юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы уның тураһында йылы һүҙҙәр еткерге килә. Халҡым, телем, тип янған шәхес үҙенең тиҫтә йылдан артыҡ ғүмерен Стәрлетамаҡтағы В. И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатҡа бағышланы. Билдәле шәхес уҡыу йортоноң данын артабан да күтәреүгә күп өлөш индерҙе. Һүҙебеҙ уның уҡыу йортона бәйле эшмәкәрлеге хаҡында.

Белорет районы ҡыҙының тормош юлы Стәрлетамаҡ менән мәктәпте тамамлағас та бәйләнә – ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Казадаевка (Стәрлетамаҡ районы) һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Ошо осорҙа уҡыу-тәрбиә биреү буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡарып өлгөрә. 1980 йылдан 1995 йылғаса ул В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернатта хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы, социаль педагог булып эшләй. 1995 йылда Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡала методик кабинеты етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ә инде тәжрибә туплағас, 1998 йылда уға В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ 2-се лицей-интернат директоры вазифаһын йөкмәтәләр.
Ең һыҙғанып эшкә тотонған етәксе лицей-интернатта балалар өсөн уҡыу, ял итеү, артабан да уларҙың һәләттәрен асыуҙа бар уңайлыҡтар тыуҙыра. Интернат системаһында тәрбиәләнгән балаларға айырыуса ҡараш талап ителгәс, лицей-интернатта заманса йыһазландырылған психология кабинеты ла булдырыла.
Бигерәк тә сығарылыш класс уҡыусылары менән ныҡлы эш алып барыла. Был хеҙмәт уҡыусыларға ғүмерлек һөнәрен дөрөҫ һайлауға булышлыҡ итә. Балалар, юғары уҡыу йорттарындағы махсус курстарға йөрөп, уҡыу системаһы менән таныша, юғары уҡыу йорттарына экскурсиялар ойошторола, хеҙмәттәшлек арта. Бындай бәйләнеш алымдары йылдан-йыл юғары һөҙөмтәләр бирә. Белем усағын тамамлаусыларҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү кимәле 100 процентҡа күтәрелә! Был һан уҡытыу-тәрбиә биреү эшмәкәрлегенең юғары ҡуйылышы, педагогик коллективтың, етәксенең тырыш хеҙмәте хаҡында һөйләй, әлбиттә. Уҡыусылар ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа алдынғы урындарҙы яулай. Уңыштарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә ойошторолған тәжрибә майҙансығының роле баһалап бөткөһөҙ.
Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы етәк-селендә лицей-интернат 2005 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәбе” бәйгеһенең ҡала этабында но-минацияға лайыҡ булһа, 2006/2007 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса ҡала инновацион уҡыу йорттары араһында 3-сө урынды яулап, призерҙар рәтенә баҫа. 2008 йылда инновацион уҡытыу программаларын индереүсе дөйөм уҡыу йорттары араһында өҫтөнлөклө “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙған Бөтә Рәсәй бәйгеһендә еңеп, миллион һумлыҡ грантҡа эйә була. Былар еңеүҙәрҙең сираттағыһы ғына, әлбиттә.
Етәксе тарафынан интернатта экологик һәм хеҙмәт тәрбиәһе ныҡлы ҡуйыла. Балаларҙың һәләтен асыуға был да оло этәргес була, сөнки балаларҙың күбеһе ауыл еренән килгәндәр, уларға ер эше яҡын. Уҡыу йортонда традициялар ҙа дауам итә: “Райондар көнө”, “Быуындар бәйләнеше”, “Шәжәрә” байрам-дары республика кимәлендә яңғырап тора. Балалар йорто асылыуҙың юбилейҙарын да Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы юғары кимәлдә уҙғарыуға өлгәшә.
Интернат системаһында эшлә-үе бигерәк тә ауыр, шуға күрә уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә бер маҡсаттан сығып эшләргә, һәр ваҡыт өлгөлө булырға кәрәк ине, тигән фекерҙә була уңған етәксе. Зәлифә Төлкөбай ҡыҙының һоҡланғыс сифаты – ул коллективындағы белгестәргә, бигерәк тә йәштәргә үҫергә бөтә мөмкинлектәр тыуҙырыу ине:
– Үҙебеҙҙән һуң белемле, ижади эшләүсе кадрҙарҙы ҡалдырыу – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ, – ти ине ул. – Яҡты традицияларға юл һалынған икән, ул туҡтап ҡалырға тейеш түгел, киреһенсә, һаҡланырға һәм үҫергә тейеш. Халҡыбыҙға, тыуған республикабыҙға лайыҡлы граждандар тәрбиәләү быуындан-быуынға күсә килгәндә генә беҙ көслө дәүләт буласаҡбыҙ, – тип, йыш ҡабатлай трибунанан оҫта етәксе ул саҡта.
Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы ал-дынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙан-ған уҡытыусыһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы... Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы ниндәй генә эшкә, вазифаға, исемгә эйә булмаһын, ул үҙен оҫта һәм аҡыллы ойоштороусы тип танытты.
Әле хөрмәтле остазыбыҙ Өфөлә йәшәһә лә һаман да Стәрлетамаҡ, интернат тип янып тора. Шундай күркәм шәхес булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Зәлифә Төлкөбаевна! Һеҙҙе аҫыл юбилейығыҙ менән ысын йөрәктән тәбрик итеп, оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яҙғы ҡояш нурҙарындай аяҙ иртәләр, тыныс көндәр теләп ҡалабыҙ.
В. И. Ленин исемендәге
2-се лицей-интернат коллективы.
Читайте нас: