Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЕТӘКЛӘШЕП ҮТКӘН ҒҮМЕР ЮЛДАРЫ

Ошо көндәрҙә ҡала никах теркәү һарайында йәнә гәүһәр һәм алтын юбилярҙарҙы ҡотланылар. Был парҙар, мөнәсәбәттәрен заманында бөгөнгө һымаҡ тантаналы теркәй алмаһалар ҙа етәкләшеп матур тормош юлы үткәндәр, балалар үҫтергәндәр, илде үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индергәндәр. Ғөмүмән, мөхәббәтеренә тоғро ҡалып, лайыҡлы ғүмер кисергәндәр!

Мөнәүрә Ғимаҙи ҡыҙы менән Мирзайән Мостафа улы Кирәевтар гәүһәр туйҙарын билдәләһә, Нина Демьяновна менән Лев Ананьевич Ашмариндар, Елена Никифоровна менән Владимир Александрович Виноградовтар, Прасковья Федоровна
менән Владимир Иванович Денисовтар, Гөлшат Мөхәмәтйән ҡыҙы менән Мансур Арыҫлангәрәй улы Кәлимуллиндар,
Любовь Александровна менән Александр Дмитриевич Сидоренколар, Валентина Максимовна менән Николай
Афанасьевич Христофоровтар, Анна Александровна һәм Геннадий Иванович Шибчиндар алтын туйҙарын ҡаршы
алды.
Кәлимуллиндар ғаиләһе, мәҫәлән, бынан илле йыл элек Салауат ҡалаһында барлыҡҡа килә. Мансур Арыҫлангәрәй
улы – индустриаль техникумда, ә Гөлшат Мөхәмәтйән ҡыҙы педагогия училищеһында уҡыған була ул саҡта. 1969 йылда улар Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килә. Гөлшат апай оҙаҡ йылдар ҡалабыҙҙың 2-се һанлы лицейинтернатында тәрбиәсе һәм уҡытыусы булып эшләне, Мансур ағай ҙа ғүмер буйы ҡала өсөн хеҙмәт итте. Йәштәр бер-береһенә «Мәңгегә яратам…»
тигән тылсымлы һүҙҙе әйткәндәрҙер, аҙаҡ матур донъя ҡороп, итәк тултырып балалар үҫтергәндәр. Ошонан да ҙур
бәхеттең булыуы мөмкинме? Юбилярҙар өсөн миллионлаған никахҡа инеүселәргә гимн булған Мендельсон маршы яңғырай. ЗАГС мөдире Галина Кузнецова парҙарға Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлау адресын уҡып
ишеттерә һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшыра. Юбилярҙарҙы Ҡала мәҙәниәт һарайынан килгән балалар йырбейеү менән ҡотлай. Ошо саҡта апайағайҙарҙың күҙенән йәш бөрсөктәре күренә – шатлыҡ йәштәре улар, бербереһенә рәхмәт хистәре! Ошондай
күркәм никах тантаналары, бәхет таңдары күберәк булһын ине. Тик шатлыҡ йәштәре генә күренһен!
Римма ҒӘЛИМОВА
Читайте нас: