Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ата-бабаһы баҡҡан ерҙә бәхетен тапҡан

Тарихта ҡалған «Сода» заводында эшләүсе таныштарым да, тиңдәш-тәрем дә, ағай-энеләрем дә, сыбыҡ осо ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым етерлек ул. Шулай булмаҫ ине, совет заманында беҙҙең быуынды ҡалала иң тартып торғаны ошо өс тағандай “Каустик”, “СК”, “Сода” производство берек-мәләре булды бит.

Ҡала көнө алдынан редакциябыҙға әсәһенә гәзит бүләк итергә мыҡты кәүҙәле, ипле генә ир уҙаманы килеп инде. Баҡтиһәң, ул ғүмер буйы «Сода»ла эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан икән. Кеше менән танышҡанда минең: «Ҡайһы яҡтан һеҙ?» – тип һорай торған ғәҙәтем бар. Үҙем эстән генә, һөйләшенә ҡарап, ниндәй райондан булырын самалайым. «Ҡаланан» тигәнен ишетеп, аптырап: «Ә атай-әсәйегеҙ ҡайһы яҡтан?» – тим. Улар ҙа ҡаланан булып сыҡты.
Ысынлап та, Әхәт Фәрит улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ ҡалала тыуып, башта18-се мәктәптә – урта белем, аҙаҡ 22-се училищела уҡып, электрик һөнәре алған. Армияға тиклем дә «Сода»ла эшләгән, Иркутск өлкәһендә ике йыл хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, ошо уҡ заводта 31 йылдан артыҡ эшләп, 2011 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан. Әйткәндәй, уның атаһы Фәрит Абдулла улы ла натрий бикорбанатын таҙартыу цехында ғүмер буйы слесарь булған. Тик бына ваҡытында Шайморатов генерал менән бергә һуғышҡа алынған олатаһы Абдулла Иҙиәт улы ғына хәбәрһеҙ юғалған икән, шуныһы үкенесле. Ғөмүмән, үҙҙәренең батырлыҡтары, хеҙмәте менән ил үҫешенә өлөш индергән нәҫел улар! Шуныһы ла ҡыуаныслы: Әхәт Фәрит улы нигеҙ һыуытмай, ғәзиз олатаһының донъяһын дауам итә. Тимәк, олатаһы тоҡандырған утты һүндермәйенсә, быуындан-быуынға күсерә. “Ата-бабам баҡҡан ер – кендек ҡаным тамған ер”, – ти ул. Тормош иптәше Мәҙинә Хәйҙәр ҡыҙы менән бынамын тигән ике ҡыҙ үҫтереп, бөгөн биш ейәнгә, бер ейәнсәренә олатай-өләсәй булырға өлгөргән улар. Хәләл ефете мәсеттә ашнаҡсы булып эшләй икән әңгәмәсемдең. Ғөмүмән, ябай ҙа, иманлы ла, рухлы ла ғаилә!
...Ғаиләһе, нәҫеле тураһында һөй-ләгәндә бәхете йөҙөндә сағыла уҙа-мандың. Уның бер туған ҡустылары ла, береһе – ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса, икенсеһе холоҡ төҙәтеү өлкәләрендә эшләп, ҡалабыҙ именлегенә тос өлөш индергәндәр. Ошондай туғандар менән ғорурланмаҫлыҡмы ни?! Хәбәрһеҙ юғалһа ла, Абдулла Иҙиәт улы Мөхәмәтйәнов ҡалдырған йорт нигеҙе ҡоромай, ул ултыртҡан ағастар емеш бирә, тимәксемен. Был хаҡта уның бер-бер артлы донъяға килгән балаларының балалары һөйләй. Уларҙың бәхете өсөн баш һалған яугир олатайҙары хаҡындағы хәтирәләре ғаиләнең йөрәк түрендә һаҡлана, ул ҡалдырған матур ғөрөф-ғәҙәттәре менән быуындан-быуынға күсә, тарихта ҡала. Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе һымаҡ күркәм ғаиләләр ҡалабыҙҙы биҙәй, йәштәрҙең күңелен үҫтерә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: