Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БӘХЕТЛЕНЕҢ БАЙРАМЫ БЕРГӘ

Стәрлетамаҡ – 300 меңгә яҡын кешенең яратҡан төйәге. Кем бында тыуып үҫкән, кем күсеп килгән, кемдер бар ғүмерен бағышлаған. Әммә ҡайҙа эшләүенә, йәшенә, ҡасан килеп төпләнеүенә ҡарамаҫтан, был ҡалала йәшәүсе һәр кем Стәрлетамаҡты һайлауы менән бәхетле, минеңсә. Ҡалабыҙ 253 йәшен билдәләгән көндө яҡташтарымдың шатлыҡлы йөҙҙәрен күреп, быға йәнә бер тапҡыр инанылды. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: бәхетленең байрамы бергә тигәндәй, шәмбе стәрлетамаҡтар өсөн Химиктар көнө, мәктәп уҡыусыларының белем усаҡтары менән хушлашыу кисе булараҡ та иҫтә ҡалды.

Стәрлетамаҡтар экологик транс-порттың һәр төрөн ярата, быны Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдында башланған “1000 велосипедсы” акцияһында ҡатнашырға теләк белдереүселәр һанынан күрергә лә мөмкин ине. Ике тәгәрмәсле транспортты һөйөүселәр ҡала буйлап 5 саҡрымлыҡ араны рәхәтләнеп йөрөп үтте. Ә ярым марафонда йүгереп ләззәт кисереүселәр, иртәнсәк йүгереү файҙалы, тинеләр. Ололар ҙа, кеселәр ҙә илебеҙҙең төрлө урындарынан килгән спортсылар менән бергә ҡушылып төрлө араға йүгереп, ҙур тулҡындай, ҡала буйлап хәрәкәт итте. Спорт саралары бының менән генә тамамланманы, байрам уңайынан мөһим ярыштар ҙа ойошторолдо, “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бағышланған грек-рим көрәше буйынса республика турниры үткәрелде. Шулай уҡ футбол майҙанында Стәрлетамаҡ футбол командаһы Өфөнән килгән «Башкирия» командаһы менән Республика чемпионатының икенсе турында осрашты. Голдарға бай уйын 2:2 иҫәбе менән тамамланды, был юлы дуҫлыҡ еңде. Ике тапҡыр чемпион кубогын күтәреүсе командабыҙҙың әлегә көс туплағанын беләбеҙ, еңеүҙәр булыр әле.
Тулҡынландырғыс мәлдәрен сығарылыш уҡыусылары ла кисерҙе, тап ошо көндө йолаға әүерелгән «Яҙғы бал» һәм һуңғы ҡыңғырау сараларында ҡатнашҡан 1215 сығарылыш уҡыусыһы мәктәп менән хушлашты. Ҡаланың “Сода” биҫтәһендәге ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда мәктәп уҡыусылары йыйылышып, мәктәп вальсы, танго бейене, флэш-моб башҡарҙы.
Байрамға “Салауат” кинотеатры алдындағы яңыртылған майҙансыҡ та йәлеп ителде, йәйәүлеләр зонаһы үҙенә “Оҫталар ҡаласығын” һыйындырҙы. Бында йәш оҫталар үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрҙән, йәш рассамдарҙың картиналары һәм башҡа ижади һәләт емештәренән торған күргәҙмә ойошторҙо.
Ярыштарҙа арып, күңел асып алғандан һуң, түҙемһеҙләнеп, кис еткәнен, төп байрам концерты башланғанын көттөк. Ә унда сәхнәгә ҡаланың төрлө ижади коллективтары сығып үҙ һәләттәрен күрһәтте. Һәр йылдағыса “Башҡорт сода компанияһы” ҡала халҡы өсөн Рәсәй һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарын да ҡунаҡҡа саҡырҙы. Меңләгән тамашасыны Элвин Грей, Бьянка, Доминик Джокер бейетте. Бар сығыштар һуңында йола буйынса төнгө күккә 800 тапҡыр салют атылды, тамаша ошондай сағыу төҫтәрҙә тамамланды.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: