Радий Хәбировтың рәсми сайтында Стәрлетамаҡта троллейбустар һәм автобустарҙың хәрәкәт составын яңыртыуҙы планлаштырыу тураһында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм БР дәүләт транспорты вәкиленең комментарийҙары бирелгән.
Хакимиәт башлығы ҡала кешеһенең һорауына биргән яуаптан күренеүенсә, легаль булмаған автобустар һаны ныҡ кәмегән – 150-нән 30 берәмек техникаға ҡалған. Шулай уҡ йәмәғәт транспортының яңы берәмектәрен һатып алыу мәсьәләһе ҡарала.
«Әле троллейбус депоһының хәрәкәт составын яңыртыу һәм республика адреслы инвестиция программаһы аша 10 троллейбус һатып алыу мәсьәләһе ҡарала», тип яҙыла сайтта.