Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

БЕРГӘЛӘП ҠУРСАЛАЙЫҠ

...Эмиль менән Ризуан өсөн бөгөн – ғүмерҙәрендә иң бәхетле көндәренең береһе: улар өйҙәренә ҡайта! Стәрлетамаҡ ҡалаһының етемдәр йортонда тәрбиәләнгән ике бер туған малайҙарҙы тәрбиәгә алалар. Әлегә тулҡынландырғыс мәл, буласаҡ атай менән әсәй малайҙар менән һөйләшә, киләсәккә бергәләп яҡты маҡсаттар ҡора.

Был ваҡиғаға йәки тағы ла ике баланың атайлы-әсәйле булыуына ла бер ай самаһы ваҡыт үтте инде. Ә был һүрәттә улар Стәрлетамаҡ ҡала хаки-миәте башлығы Владимир Куликов менән ғаиләле булғанға тиклем осрашыу мәлендә. Ҡала етәксеһенең Балалар йортона сираттағы сәфәре “Беҙҙең өйҙөң йәме” проекты сиктәрендә үтте. Владимир Иванович Балалар йортоноң эшмәкәрлеге менән генә танышып ҡалманы, ә кескәйҙәргә бүләктәрен тапшырып, уларҙың саҡ ҡына булһа ла күңелдәрен күтәрергә, йөрәктәрендә өмөттәр уятырға тырышты. Осрашыуҙан һуң күп тә үтмәне, малайҙарҙың өмөттәре аҡланды – улар атай-әсәйле хәҙер!
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова һәм “Вся Уфа” телекомпанияһы башлап ебәргән изге эш – “Беҙҙең өйҙөң йәме” проекты сиктәрендә республикала бихисап сабый ғаиләле булып өлгөрҙө лә инде. Бынан тыш, ғөмүмән, төбәк етәкселегенең әлеге категорияға ҡараған балаларҙы ҡурсалауы, хатта Башҡортостанды Яңы йыл байрамында нәҡ етем сабыйҙар менән бергәләп ҡотлауы, шул рәүешле сабыйҙар көткән мөғжизәнең үҙебеҙ икәнлеген иҫкә төшөрөүе тураһында ла айырым әйтеп китеү кәрәктер.
...Бала өсөн “әсәй”, “атай” тип өндәшер кешеһе булһа, шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ, әлбиттә. Тик, үкенескә ҡаршы, тормошта гел беҙ уйлағанса ғына бармай шул, атай иртә киткән осраҡтар бар, әсәйһеҙ үҫкән балалар бихисап. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәптәр арҡаһында бөтөнләй атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм сабыйҙар ҙа бик күп. Әммә ғаиләлә үҫкән балаларыбыҙ ғына түгел, етемдәр йортонда тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙар ҙа беҙҙең – ололарҙың – тарафынан, йәшәгән шарттарыбыҙ, биләгән вазифабыҙ, тормошҡа ҡарашыбыҙға ҡарамай, иғтибарһыҙ ҡалмаһын ине!
Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.
Читайте нас: