Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙ булғанға таңдар тыныс

Быйыл ил сиге һаҡсыларының барлыҡҡа килеүенә 101 йыл тулды. Илебеҙ сиген төрлө йылдарҙа уяу һаҡлаған махсус формалағы запастағы һалдаттарҙың ҡосаҡлашып күрешкәс тә һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Был юлы ла улар маршал Жуков исемендәге скверҙа осрашты.

Күптәре ғаиләләре менән килгән. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар ҡалабыҙҙың 3-сө дауаханаһында невропатолог булып эшләүсе Стәрлебаш егете Илдус Ғәлиевты яҡшы табип тип таныйбыҙ, ә фәҡәт ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүен күптәр белмәйҙер әле. Ул Башҡорт медицина институтын армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас тамамлаған. Һуғыш яландарында психикалары ҡаҡшап ҡайтҡан әллә күпме элекке һалдаттарҙы, Чернобыль фажиғәһендә авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы дауалаған, күптәрҙе аяҡҡа баҫтырған табип ул. Үҙе билдәләүенсә, ошо эште башҡарыуҙа йәки элекке һалдаттарҙың күңел торошон аңлауҙа, һис шикһеҙ, әрмелә алған тәжрибә лә ярҙам итмәй ҡалмай. Тыныс тормошта ла күңел тороштарын асып килгән әллә күпме кешегә йәшәү көсө биргәнен үҙе генә белә торғандыр. Ә бит ил сиген һаҡлаусылар араһында табиптар ғына түгел, полиция хеҙмәткәрҙәре лә, такси хеҙмәткәрҙәре лә етерлек. Уларҙың барыһын да ҡотлап, сарала ҡала хакимиәтенең йәмәғәтселек институттары менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса бүлек начальнигы Илгиз Йәнәлиев:
– Фәҡәт һеҙ һөжүмде беренселәр булып үҙегеҙгә ҡабул иттегеҙ, ғүмерегеҙҙе аямай Ватан сиктәрен һаҡланығыҙ, тыныс тормошта ла ошо бурысҡа тоғро ҡалаһығыҙ. Бөгөн һеҙгә батырлығығыҙ өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тип белдерҙе.
Запастағы һалдаттарҙы һәм ветерандарҙы Афғанстандағы һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы отставкалағы полковник Михаил Андреев һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы хәрби комиссариаты вәкиле Константин Герасенков та ҡотланы. Күптән түгел үҙенең 84 йәшен билдәләгән ил сиге һаҡсылары-ның аҡһаҡалы Руслан Сәхибгәрәевты бүләкләү, ә Эдуард Ремеев менән Земфир Ғаязовҡа ил сиге ғәскәрҙәренең ветерандар советынан иҫтәлекле миҙалдар тапшырыу осрашыуҙың мәғәнәһен бермә-бер арттырып ебәрҙе.
Сараның рәсми өлөшө ил сиген һаҡлаусылар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалыу менән тамамланды. Артабан улар Мәңгелек ут һәйкәленә табан юл алды. Көн тәртибендә ил сиген һаҡлаусылар араһында йүгереү буйынса ярыштар ойоштороу, Стәрлетамаҡ районының Рощинский һәм Отрадовка ауылдарында саралар, концерттар ҙа ҡаралғайны. Иң мөһиме, ил сиге һаҡсылары байрамдарын лайыҡлы үткәрҙе!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: