Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең табышыбыҙ!

Башҡорт журналистикаһы тарихына баҡһаҡ, һынауҙар, юғалтыуҙар һәм табыштар аша сыныҡҡан беҙҙең матбуғат. Ә күпмеисемдәр менән бәйле ул! Бөгөнгө матбуғатҡа туҡталһаҡ та, үҙ эшенең оҫтаһы, ҡыйыу һүҙле журналистарҙан оҙон исемлек хасил булыр ине. Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Сибәғәт Рахманғолов, Венер Исхаҡов, Рәсүл Сәғитов... Ошондай аҫыл егеттәребеҙ араһында, һис шикһеҙ, Эльдар Фәттәховтың исемен дә атарға була. Киләсәктәме? Юҡ, бөгөн!

Һәр күренешкә үҙ ҡарашы булған, ҡысҡырып әйтер алдынан шым ғына уйлай белгән коллегабыҙ бынан бер нисә йыл
элек кенә редакция ишеген ғүмерендә тәүге тапҡыр шаҡыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгә көндә таланты һәм тырышлығы арҡаһында ҡалала – билдәле журналист. Уның мәҡәләләре, фотоһүрәттәре республика матбуғатында ла йыш күренеп тора, конкурстарҙа жюриҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ә шулай ҙа төп баһаны гәзит уҡыусы бирә ул! Был йәһәттән әгәр ҙә “Эльдар Фәттәхов мотлаҡ яҙырға килһен ине” тип, шылтыраталар икән, әгәр ҙә “Эльдарҙың фотоларына ҡарап туйғыһыҙ” тигән һүҙҙәр ишетелә икән, баһаның ниндәй икәнен күҙаллауы ҡыйын түгел.
Үҙе оператив хәбәрсе, үҙе фотохәбәрсе, сайт һәм социаль селтәрҙәрҙе йәнләндереүсе, үҙ үк руль артынан төшмәгән Эльдар Фәттәхов бер үк ваҡытта көнүҙәк темаларға бәйле, проблемалар күтәргән төплө мәҡәләләр ҙә яҙып өлгөрә һәм ошо оҫталығы менән гәзит уҡыусыға бигерәк тә ҡиммәт! Ҡала кимәлендә яҙышһынмы, республика, ил, донъяуи кимәлдәге билдәле хәбәрсеме, мөһим түгел, журналист – объективлыҡ һәм
ысынбарлыҡты сағылдырырға тейеш һәм Эльдар ошо ҡанундарҙы тәүге эш көнөнән үк үҙендә һеңдерә алды.
Үҙҙәрен маҡтап ултыралар, тип уйлап ҡуймағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Коллегабыҙ хаҡында һүҙебеҙ осраҡлы килеп сыҡманы – һөнәри байрамыбыҙ алдынан ғына Эльдар Мөнир улы “Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлап, уға артабан да еңел булмаһа ла, һайлаған һөнәренә, һайлаған юлына тоғро ҡалыуын һәм ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы.
Читайте нас: