Бөтә яңылыҡтар

Шваревтар Мәскәүгә бара!

“Йыл ғаиләһе” бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы тамамланды. Бында ҡала округтарында һәм муниципаль райондарҙа ойошторолған тәүге этапта еңеүсе 25 ғаилә ярышты.

Конкурс биш номинацияла үтте: “Күп балалы ғаилә”, “Ауыл ғаиләһе”, “Алтын ғаилә”, “Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә” һәм “Йәш ғаилә”. Бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаилә үҙенсәлекле ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ традицияларын, белемен, һөнәрҙәрен күрһәтергә тырышты
Шуныһы ҡыуандыра: Стәрлетамаҡтан Шва-ревтар ғаиләһе “Күп балалы ғаилә” номина-цияһында еңеү яуланы. Улар һәм башҡа еңеүсе ғаиләләр республиканы “Йыл ғаиләһе” бөтә Рәсәй конкурсында күрһәтәсәк. Ә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы октябрь айында Мәскәүҙә үтә.
Ф. СӘЛИМОВА.
Читайте нас: