Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уның ҡарауы халыҡ белә

Талантлы журналист, БР-ҙың атҡаҙанған Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, республиканың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһы лауреаты, тиҫтәләгән китаптар һәм бик күп йырҙар авторы... Уның йырҙары популяр йырсылар Фәрит Бикбулатов, Әлфиә Әхмәтйәнова (Әмирханова), “Асман”, “Шихан” төркөмдәре репертаурына ингән. Уны әҙәбиәт өлкәһендә лә уңышлы эшләп килгән ҡәләм оҫтаһы тип тә беләбеҙ. Рәүеф Насировтың “Батыры Урала” тигән китабын, Мостай Кәрим, Сыңғыҙ Айтматов, болгар драматургы С.Стратиев, Рәсәйҙә исеме киң билдәле драматург В.Жеребцов әҫәрҙәрен башҡортсанан руссаға, руссанан-башҡортсаға тәржемә итеүсе лә ул. Яңыраҡ Мәскәүҙә уның унынсы китабы донъя күрҙе. Ошо шатлыҡлы ваҡиға айҡанлы китап авторы Фаяз ЙОМАҒУЖИН менән әңгәмә ойошторҙоҡ.

- Фаяз, һин - Стәрлетамаҡта билдәле шәхес. Шулай ҙа үҙеңдең биографияң менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәң ине...
- Ишембай районы Маҡар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанмын. Атайымды бөтөнләй белмәйем. Мин тыуырҙан алда бер ай элек фажиғәле рәүештә һәләк булған... Маҡар урта мәктәбе директоры, фронтовик, ауыл парторгы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, фольклорист, режиссер, актер - атайым Фуат Рәшит улы бына шундай шәхес булған. Атайым тарафынан ҡуйылған (сәхнәләштерелгән) “Аршин мал алан” спектакле менән ауылдаштар Өфөлә сығыш яһаған. Фуат Йомағужин ижад иткән йырҙар 1955 йылда Мәскәүҙә үткән БАССР көндәрендә баш ҡалабыҙ сәхнәләрендә яңғыраған...
Фуат Йомағужиндың уҡыусыларының береһе Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин остазы тураһында былай тип яҙа: “Барлыҡ уҡытыусыларымды тиң күреп яратһам да... йәнә берәүһен айырыбыраҡ иҫкә алып үткем килә. Ул - Фуат Йомағужин. Химияны уҡыу урынына хат яҙырға өйрәнгән, хатта һыуҙың формулаһын да белмәгән минең кеүек наҙанды ошо бөйөк йәнле кеше химия тигән фәнде яратырға мәжбүр итте. Минең өлгөргәнлек аттестатымда химиянан “бишле” билдәһе тора. ...Фуат ағайҙың байтаҡ йырҙары һаман йырлана, тик уларҙы “халыҡ йыры” тип йөрөтәләр... Уларҙың авторы онотолмаҫҡа тейеш...” (“Ағиҙел” журналы, 1998 йыл, 9-сы һан, 32-се бит.)
- Белеүемсә, әсәйең Рәшиҙә Ғәлләм ҡыҙы актриса булған...
- Әсәйемдең 10-сы класта уҡығандағы сығышын күргәс, данлыҡлы театр әһеле Елизавета Шляхтина-Сыртланова, уны етәкләп алған да Ауырғазы театрына (хәҙерге Салауат башҡорт драма театры) алып килгән: “Бына һеҙгә әҙер кадр!”. Шулай итеп, 1944 йылдың көҙөндә ул актриса булып китә. Театрҙа эшләй башлағас та уға төп ролдәрҙе бирәләр. Әсәйемдең: “Ибраһим Абдуллиндың “Вәғәҙә онотолмай” тип аталған спектакле менән авторҙың тыуған яғына барҙыҡ тип һөйләгәне иҫемдә: “Ул коллективты ҡунаҡҡа саҡырып алды. Сәй эскәндә һәр беребеҙҙән: “Һин кемде уйнайһың?”, - тип һорашып сыҡты. Миңә сират еткәс: “Хәтирәне (төп ролде)”, - тинем. Ағай: “Хәтирәне?!.” - тип икеләнеп әйтеп ҡуйҙы ла башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Спектакль тамамланғас: “Ҡайҙа минең Хәтирәм!” тип йүгереп килеп ҡосаҡлап алды. “Киләһе пьесамды шәхсән Рәшиҙә өсөн яҙам!”, тип ҡат-ҡат әйтте. Был 1949 йыл ине. Ә киләһе йылды мин, тормошҡа сығып, теарҙан киттем. Шул йылды йәй беҙ Фуат менән Талбазыға барҙыҡ. Театрға барып инһәк, артистар Ибраһим Абдуллиндың яңы пьесаһын уҡып ултыра. “Үҙеңә бағышланған ролде таныйһыңмы?” тиҙәр. Таныным, әлбиттә. “Беҙ айырылышмаҫбыҙ” пьесаһының төп роле ине”.
Тормошҡа сыҡҡас, әсәйем уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Маҡар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, 1965 йылдың сентябрендә ҡала мәғариф бүлеге ҡушыуы буйынса, Башҡортостандағы берҙән-бер спецификалы мәктәпте ойоштора һәм ғүмере буйы ошо мәктәптең директоры булып эшләй.
Дыуамаллыҡ та, йәшлек дәрте лә булды!..
Директор тигәндән, Фаяз Йомағужин Стәрлетамаҡ Бейеү театрына нигеҙ һалыусы икәнен күптәр, бәлки, белмәйҙер ҙә. 1992 йылда БР мәҙәниәт министры С.Әминевтың приказы буйынса Фаяз Йомағужинды асыласаҡ бейеү коллективына директор итеп ҡуялар. Шулай итеп, ул “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә эшләү менән бергә, бер үк ваҡытта Бейеү театры директоры вазифаһын да башҡара.
- Нисек бығаса таныш булмаған, бик яуаплы эшкә тотонорға тәүәккәлләнең?
- Дөрөҫөн генә әйткәндә, хәҙер үҙем дә ғәжәпләнәм. Торғаны бер авантюра булды инде ул. Советтар Союзы тарҡалып ятҡан саҡ. Ә Стәрлетамаҡта Хәлил Ишбирҙин ниндәйҙер бер журналист менән Бейеү театры ойоштороп ята... Яңыраҡ Хәлил менән “Өфөлә күрешеп, шул ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп алдыҡ. Ул да, шул йылдарҙы һағынып: “Авантюра!” тип көлөп ҡуйҙы. Нисек кенә булмаһын, 1992 йылдың декабрендә Башҡортостанды ғына түгел, Рәсәй ҡалалары, бик күп сит ил сәхнәләрен гөрләтәсәк Бейеү театры барлыҡҡа килде!
Фаяз Йомағужинды Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип тә әйтергә була. Журналист булараҡ, ойошторолоп ятҡан театр тормошон яҡтыртып барыу менән бергә, ул, үҙе лә беренсе спектаклдә (Д.Исабеков “Көтөр кешем бар минең”) төп ролдәрҙең береһен – һалдат Ғәҙелхан образын башҡарып, театр коллективын булдырыуға үҙ өлөшөн индерҙе. (Әйткәндәй, был спектаклде мин үҙем дә ҡарағайным). Уның сәхнәлә уйнауын күреп, Рус театрының баш режиссеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дмитрий Шрагер: “Был ғәжәп артисты ҡайҙан тапҡандар?”, - тип ҡыҙыҡһына. “Ул артист түгел, ул билдәле журналист, “Стерлитамакский рабочий” гәзите корреспонденты Фаяз Йомағужин, тип яуаплай уға ҡатыны БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Ариадна Туганова. – Беҙҙең улыбыҙ Вадимдың класташы!”.
Фаяз Йомағужиндың исеме әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та яҡшы билдәле. Оҙаҡ йылдар ул Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары башҡарма комитеты ағзаһы булды. Стәрлетамаҡта башҡорт телендә сығып килгән әлеге “Ашҡаҙар” гәзитен асыуҙа ла уның өлөшө ҙур.
“Һуғыштан һуң батырҙар күбәйә”
Фаяз үҙе әйтмешләй, “Һуғыштан һуң батырҙар күбәйә”.
- Хәҙер: “Мин театр астым, мин гәзит астым һ.б.һ.б.”, - тип шапырынып йөрөүселәр быуа быуырлыҡ! Әммә теге ваҡыт, “ҡара эш” эшләгәндә, береһен дә күрмәнем. 1989 йылдың аҙағында ҡала хакимиәте “Стерлитамакский рабочий” гәзитенә башҡорт телендә ҡушымта баҫтырыу тураһында ҡарар сығарып, бер ставка бүлеп бирҙе лә (уныһы, ярай, Әлфиә Дилмановаға эләкте) – шуның менән вәссәләм! Ҡағыҙы ла, пластиналары ла, пленкаһы ла, буяуы ла юҡ. Ул саҡтағы редакторыбыҙ В.И.Дятловҡа индем. “Виктор Иванович, шулай-шулай, тегенеһе кәрәк, быныһы кәрәк тип, бәйнә-бәйнә һөйләп аңлатып бирҙем. Рәхмәт уға, беҙ һүҙһеҙ, бер йылға етерлек бөтә кәрәк-яраҡтарҙы биреп тә ҡуйҙы. Шунан “Стерлитамакский рабочий”ҙың уставын һорап алып, Вил Ғүмәров мәрхүм менән ҡушымтаның уставын яҙҙыҡ. В.И.Дятлов: “Инициатива наказуема” тип, мине ҡушымта сығарыу буйынса йәмәғәтселек (ижтимағи башланғыста) башланғысында куратор итеп тәғәйенләне. Шулай итеп, башҡорт телендә “Стәрле таңдары” тип аталған ҡушымта астыҡ. Артабан ул “Ашҡаҙар” гәзитенә әйләнде.
Тыйылған темалар тураһында
Күптән түгел генә Фаяз Йомағужиндың Мәскәүҙә “Неизвестная война” тип аталған йәнә бер публицистик йыйынтығы донъя күрҙе. “Нимә тураһында был китап?” тиерһегеҙ. Китаптың өҫтәмә исеменән күренеүенсә, “Очерки о стерлитамаковцах – участниках локальных войн и конфликтов” тиелгән. Хасан күлендәге хәрби бәрелештәр, совет-фин, Корея һуғыштары, Венгриялағы 1956 йылғы, Чехославакиялағы 1968 йылғы сыуалыштар, Кариб кризисы, 1977-78-се йылдарҙа Эфиопия менән Сомали һуғышы, ғәрәп-йәһүд һуғыштары... Совет заманында был турала яҙыу тыйыла ине. Был китап шул ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың хәтирәләренә таянып яҙылған. Китаптағы геройҙар - Стәрлетамаҡ кешеләре. Корея һуғышы ветерандарына һуғышта алған орден-миҙалдарын тағып йөрөргә лә рөхсәт итмәгәндәр. Был теманы Башҡортостанда быға тиклем бер кем дә күтәргәне юҡ ине.
- Фаяз, ни өсөн китаптарыңды Мәскәүҙә сығарырға булдың? Мәҫәлән, ниңә “Китап” нәшриәтендә түгел...
- Беренсенән, Мәскәүҙә сығарыуы күпкә осһоҙораҡҡа төшә. Хәҙер юғары сифатлы заманса йыһазландырылған нәшриәттәр күп.
Шөкөр, китаптарымдың береһе лә магазин кәштәләрендә туҙан йыйып ятҡаны юҡ. Китап сығарған хаҡы яңынан үҙемә әйләнеп ҡайта. “Диңгеҙ төбөндәге ҡала” (“Город на дне моря”) тигән китабымды ике ай эсендә алып бөттөләр. Халыҡ һорауы буйынса йәнә 500 дана баҫтырып сығарырға тура килде.
- Һуңғы китабыңа материал тупларға кем ярҙам итте?
- Бер кем дә ярҙам итмәне. Былар – “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә баҫылып сыҡҡан үҙемдең күп йыллыҡ публицистик мәҡәләләрем. Геройҙарҙы үҙем эҙләп таптым.
- Тимәк, китап өсөн бөтә яуаплылыҡты үҙеңә алып, үҙнәшер юлы менән сығараһың?.. Ә бит улар, айырыуса Стәрлетамаҡ өсөн, ҙур тарихи әһәмиәткә эйә!
- Үҙнәшерҙең нимә икәнен күптәр аңлап етмәй. Был китаптың халыҡ-ара каталог номеры – ISBN-ы булған осраҡта ғына уны киң сауҙа селтәренә сығарырға рөхсәт ителә. Ә үҙнәшер юлы менән сығарылған китапта ундай яҙыу булмай. Ә минең китаптарымдың ISBN-ы бар. Баҫмаға килгәндә, ун китабымды ла үҙ аҡсама сығарҙым. Макетына тиклем үҙем эшләнем.
- Белеүемсә, Яҙыусылар союзына инеү өсөн өс китап сығарыу ҙа етә. Ә һинең унау булып киткән. Күптән өлгөрөп еткән, танылған яҙыусы әле һаман союз ағзаһы түгел...
- Ғаризам әллә нисә йыл ята. Рекомендацияларҙы билдәле яҙыусылар: Владимир Жеребцов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, шағирә Земфира Муллағәлиева яҙып бирҙе. Әйткәндәй, Владимир Жеребцовтың әҫәрҙәрен сит илдәрҙә, хатта АҠШ-та ҡуялар.
Фаяз Фуат улы үҙе әйтмешләй, һәр хәлдә эш союз ағзаһы булыуҙа түгел. Әгәр, Союз ағзаһы булып та, һине танымаһалар, китаптарыңды уҡымаһалар ни фәтүә?!. Иң мөһиме, яҙған әҫәрҙәрең менән халыҡтың йөрәгенә инә белергә кәрәк!
Ҡалала (мөхитендә) үҫкәнлектән, бер класс та башҡортса уҡымаған, әммә уны үҙалдына өйрәнеп кенә ҡалмаған, ә иһә күпме классик әҫәрҙәрҙе тәржемә иткән, ҡаланың милли мәҙәни тормошона ғәйәт ҙур өлөш индергән! Бына шундай тынғыһыҙ, күп яҡлы талантлы коллегабыҙға киләсәктә ҙур ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйек. Алла бирһа, яңынан-яңы йыйынтыҡтары менән китап уҡыусыларҙы һөйөндөрөргә яҙһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: