Элек-электән ҡалабыҙҙа йәш быуынға дөрөҫ юл күрһәткән уҡыу йорттарының береһе – Стәрлетамаҡ химия-технология колледжын тамамлаусылар иһә тормошта юғалып ҡалмайҙар, тип ышаныслы әйтергә була. Сөнки бында, уҡыу йорто директоры Ғирфан Ғөбәйҙуллин белдереүенсә, оҫталыҡҡа өйрәнергә лә, шәхес булараҡ үҫешергә лә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Уҡыу комплекслы рәүештә алып барыла. Һөнәри оҫталыҡ серҙәренә төшөнөү менән бергә үҙеңә оҡшаған түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, ижади һәләтеңде асырға мөмкин. Тамаша залы, үҙ аллы әҙерләнеү бүлмәһе – теләк кенә булһын! Колледжға уҡырға инергә теләүселәр араһында ауылдан килгән балалар ҙа күп. Хәйер, йәштәрҙең үҙҙәренә һүҙ бирәйек:
Юлиә ВӘХИТОВА, 3-сө курста органик матдәләр буйынса техник-технолог һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуҙа яҡшы өлгәшкәне өсөн М.Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булған, 2018 йылда башҡорт теле буйынса республика кимәлендә уҙғарылған олимпиадала ҡатнашып, еңеүсе исемен алған.
– Бында уҡырға килгәндә үҙемдең һөнәремде аңлап етмәй инем. Хәҙер бик оҡшай. Беҙ заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған лабораторияларҙа уҡыйбыҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә шөғөлләнергә лә ваҡыт табабыҙ. Колледжда һәм ҡала кимәлендә уҙғарылған сараларға ҙур теләк менән йөрөйбөҙ. Мәҫәлән, ҡалалағы ирекмәндәр эшендә лә әүҙем ҡатнашабыҙ.
Александр Ковальчук, 3-сө курста электрик һөнәре буйынса белем ала. Тырыш һәм һәр эшкә яуаплы ҡараған студент Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Ул шулай уҡ Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Указы менән БР-ҙың һәм РФ-ның юғары квалификациялы стипендиаты исеменә лайыҡ булған.
– Колледжда уҡыуы бик ҡыҙыҡлы. Бында юғары кимәлдә белем алыр өсөн тейешле шарттар булдырылған. Заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә педагогтар студенттарҙың һәр ҡайһыһы менән айырым эшләп, үҙ темаһын төплө итеп аңлата. Колледжды тамамлағандан һуң артабан уҡыуымды Өфөлә авиация-техник университетында дауам итергә уйлайым.