Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ОЛО ЙӨРӘКЛЕ КЕШЕ УЛ

ОЛО ЙӨРӘКЛЕ КЕШЕ УЛҠалабыҙ яҡшы кешеләр менән бай. Шуларҙың береһе хаҡында, ғәҙәти булмаған яҙмышлы кеше тураһында бөгөн һеҙгә һөйләгем килә. 20 июндә Зиннәт Хөрмәт улы Ниғмәтуллинға 80 йәш тулды.

Һуғышҡа тиклемге алыҫ 1939 йылда Ишембай районының Ғүмәр ауылында ишле ғаиләлә ир бала донъяға килә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа Зиннәт, насар күреүенә ҡарамаҫтан, ауылда дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. Бала сағынан уҡ күп уҡырға ярата, уны ауыл кешеләре һәм тыуған яғы тәбиғәтенең матурлығы ҡыҙыҡһындыра. Ете класты тамамлағандан һуң ауыр ауыл хеҙмәтен егет үҙ елкәһендә татый. Уға көтөү көтөргә, шулай уҡ баҫыу эштәрендә лә бил бөгөргә тура килә.
1961 йылда ҡаты ауы-рғандан һуң, Зиннәт Стәр-летамаҡҡа килеп, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ уҡыу-етештереү пред-приятиеһына эшкә урынлаша. Ул пред-приятиеның йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бала сағынан башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарғанға күрә, предприятиеның үҙэшмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнаша башлай. Бынан тыш егеттең театр сәнғәтенә лә һәләте була. Ул эштән бушаған ваҡытта башҡорт драма түңәрәгенә йөрөй. Уның спектаклдәрҙә башҡарған йөрәккә үтеп инерлек йырҙарын тамашасы һоҡланып ҡабул итә.
Тәбиғәте менән Зиннәт Хөрмәт улы әүҙем тормош позицияһында торған кеше. Ул спорт менән даими шөғөлләнеп, көрәш, саңғы, коньки ярыштарында йыш ҡатнаша. Ныҡышмалы күнегеүҙәр арҡаһында Стәрлетамаҡтың күреү һәләттәренән мәхрүм булған спортсылары араһында, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
1965 йылда Зиннәт Ниғмәтуллин матур донъя ҡора. Башта торлаҡ менән ҡатмарлыҡтар була, әлбиттә. Тормош иптәше Фәниә менән был ауырлыҡтарҙы фәҡәт мөхәббәт һәм бер-береһенә булған аңлайышлы мөнәсәбәт булғанға еңеп сығалар. Уларҙың бынамын тигән улдары Рамазан һәм ҡыҙҙары Әлфиә донъяға килә. Ярты быуаттан ашыу бергә йәшәгән Ниғмәтуллиндарҙың бөгөн иһә дүрт ейәнсәре һәм бер бүләһе бар. Ә 2015 йылда был күркәм ғаилә алтын юбилейҙарын үткәргән. Зиннәт Хөрмәт улы бер урында 40 йыл эшләп ҙур хеҙмәт юлы үткән кеше. Бергә эшләгән иптәштәре араһында ла ул ҙур абруй ҡаҙанған. Уны бер нисә тапҡыр профсоюз комитетына һәм башҡа йәмәғәтселек ойошмаларына һайлап ҡуялар. Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында Зиннәт Хөрмәт улы «ВОС отличнигы» билдәһе, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Башҡорт һәм Үҙәк идаралыҡтарының Почет грамоталары менән бүләкләнгән һәм фотоһүрәте предприятиеның Почет таҡтаһында даими ҡуйылған.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Зиннәт Хөрмәт улы әле лә әүҙем тормош рәүеше алып бара – Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең урындағы ойошмаһының йәмәғәт тормошонда һәр саҡ ҡатнаша. Ветеран булараҡ йәштәрҙең остазы булып тора. Һәр ваҡыт изге, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Бер байрам концерты ла унан башҡа үтмәй. Ҡыш көнө ул бассейнға йөрөй, ә йәй көнө баҡсаһында үтә. Ошондай әүҙем, изге күңелле кеше Зиннәт Хөрмәт улына ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм оҙон ғүмер теләге килә.
Наил МАМАДЖАНОВ,
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең урындағы ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас: