Студент егет уҡытыусының йөрәген яулай
Рәйсә ханым Баймаҡта тыуып, аҙаҡ ата-әсәһе менән Сибай ҡалаһына күсеп килә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Күмертау ҡалаһына эшкә ебәрелә. Ошонда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше Камил Дилмөхәмәт улын осрата ла инде. Ул саҡта егет педучилище студенты ғына була әле. Бер күреүҙән Рәйсәне оҡшата һәм тәҡдим яһай. Бер йыл тирәһе ҡыҙҙың ризалығын алғансы артынан ҡалмай йөрөй. Институт бөтөп эшләп йөрөгән ҡыҙҙың ябай студентҡа кейәүгә сыҡҡыһы килмәй шулай ҙа, йәш кенә бит әле. Әммә, студент тиһәк тә, Польшала өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, үҙен ысын көрәшсе, чемпион итеп танытҡан үҙе батыр, үҙе итәғәтле егет барыбер ҡыҙҙың күңелен яулай ала! Йәштәр өйләнешкәс, бер-бер артлы ҡыҙҙары тыуа.
– Шулай донъя көтөп алып киттек. Өйҙә лә, мәктәптә лә бергә. Бында сит телдәр буйынса уҡытыусылар етешмәгәнгә күрә, ситтән тороп Өфө пединститутының сит телдәр факультетын тамамланым, йәғни икенсе юғары белем алдым, – тип һөйләй ғаилә тарихын Рәйсә ханым.
Егерме йыл немец теле уҡытыусыһы булып уңышлы эшләй Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы. Ә тормош иптәше балаларҙы физик культура аша сыныҡтыра, көрәш серҙәренә өйрәтә. Камил Дилмөхәмәт улының ҡул аҫтында ике тиҫтәгә яҡын егет республика кимәлендә көрәш буйынса ҙур исемдәр яулай, уңыштарға өлгәшә.
Етмешенсе йылдарҙа бөтә ил буйынса мәктәптәрҙә интернациональ дуҫлыҡ клубтары эшләй башлай. Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы мәктәптә Рихард Зорге исемендәге ин-тернациональ дуҫлыҡ клубы аса. 1979 йылда хатта немец делегацияһын «Дуҫлыҡтың сиге юҡ» тигән программа менән ҡаршы алалар. Ошо йылдың көҙөндә иһә әүҙем ҡатынды ҡала Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлегенә мөдир итеп күсерәләр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ҡала мәҙәниәте үҫешен яңы баҫҡысҡа күтәрә.
– Рәйсә апайығыҙҙың тырышлығы менән Күмертауҙа беренсе тапҡыр ҡурайсылар ансамбле, «Йәшлек» бейеү коллективы, Кинйә Арыҫланов исемендәге ҡала фольклор ансамбле һәм башҡалар барлыҡҡа килде, – тип һүҙгә ҡушыла Камил ағай ҙа. Фәҡәт Рәйсә ханым арҡаһында ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы, башҡорт китапханаһы асыла, яңы музыка мәктәбе төҙөлә. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы булғаны һәм бөтә нәмәгә яуаплы ҡарағаны өсөн Рәйсә Сырлыбаеваны өс саҡырылышта ҡала Советына халыҡ депутаты итеп һайлайҙар. Ә хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы ЗАГС бүлеге мөдире булып эшләй, никах теркәүен халыҡ йолаларына бәйләп, ике телдә алып барыуҙы индерә. Ғаилә һәм әсә ролен күтәреү маҡсатында Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы йыш ҡына «Яңы тыуған сабыйҙар» байрамын, «Күп балалы ғаиләләр» сараһын үткәрер булған.
1997 йылда ул ҡала башҡорттары ҡоролтай башҡарма комитетына һайлана һәм милләтебеҙҙең рухын үҫтереүгә тағы ла нығыраҡ тотона. Шәжәрә байрамын үткәреүгә һәм башҡа милли йолаларыбыҙҙы үҫтереүгә ҙур көс һала.
Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы үҙенең кешеләр менән тығыҙ эшләй алыу һәләтен нәҫеленән килә тип иҫәпләй. Уның атаһы яҡлап олатаһы Сабир Шаһимарҙан улы Урал аръяғы муллаһы була һәм ҙур абруй ҡаҙана. Атаһы – Рәхмәт Сырлыбаев егерме йыл буйы Сибай ҡала суды рәйесе була. Ғәҙел һәм тәртипле кеше тип иҫләй уны урындағы халыҡ. Әсәһе Хәмҙиә Шаһисолтан ҡыҙы иһә бик сибәр, тыйнаҡ, егәрле һәм изге күңелле кеше булараҡ таныла. Ғаилә бик татыу йәшәй, кистәрен ата-әсәһе башҡорт халыҡ йырҙары «Сибай», «Буранбай»ҙы атаһының ҡурайсы иптәштәренә ҡушылып башҡарырға ярата. Ошо тамашаны күреп-ишетеп үҫкән балалар бигерәк тә рухлы булып үҫәләр. Әйткәндәй, Сырлыбаевтарҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ, өс малай үҫә.
Камил Дилмөхәмәт улы ла – ишле ғаиләнән. Уны ла рухлы итеп, хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеп тәрбиәләйҙәр. Тормош гел һин уйлағанса ғына бармай шул, һәр күренешкә иғтибар бирмәгәндә, был ғаиләне лә һынаулы мәлдәр урап үтмәй, юҡ ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт түгел, башҡа һынауҙар ҙа етерлек тормошта, әммә был бәхетле пар уларҙы еңеп сыға һәм шул ҡаршылыҡтарҙы еңеүҙә, һис шикһеҙ, ҡасандыр бала саҡта алған тәрбиә ярҙам итмәй ҡалмағандыр.
Бөгөн улар – Мәскәүҙә, иртәгә – Стәрлелә
Мәскәүгә Рәйсә апай менән Камил ағай бынан биш йыл элек ҡыҙҙары Римманың игеҙ ҡыҙҙарын үҫтерешергә барғандар ҙа шунда тороп ҡалғандар. Әммә сит ерҙә лә халҡым тип өҙөлөп йәшәйҙәр – 2014 йылдан алып Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы “Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы” төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡара, тәжрибәле етәксе булараҡ, комитет составында төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре булған фекерҙәштәр туплауға өлгәшә. Ваҡытында ул III, IV, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана. Башҡарған хеҙмәттәре өсөн һуңғыһында, йәғни бер нисә көн элек кенә ул «Дуҫлыҡ» ордены менән бүләкләнде. Әммә әңгәмәсем, наградаһынан бигерәк Ҡоролтайҙың эшлекле үтеүенән ҡәнәғәт, ҙур өмөттәр менән ҡайтҡан. Бынан тыш та хеҙмәт ветеранының әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары бар. Уға Мортаза Рәхимов тапшырған Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы һәм Рәсәй Хөкүмәте тапшырған наградалары ла берҙәй ҡиммәт. Камил Дилмөхәмәт улы иһә “БАССР-ҙың мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булған. Әйткәндәй, ҡасандыр училищела уҡып йөрөгәндә юғары белемле уҡытыусыны ғашиҡ иткән егет үҙе лә аҙаҡ педагогия институтын тамамлай.
...Үҙҙәре Мәскәүҙә төпләнһә лә, Мәскәүҙә йәшәгән балалары Стәрлетамаҡҡа йәшәргә ҡайтҡан. Тыуған тупраҡ тарта, тимәк. Әле әңгәмәселәрем ваҡытлыса нәҡ балалары янында. Шулай итеп, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, парлашып, милләтен дә, ҡыҙҙарын да ҡайғыртып, сәйәхәт итеп, теләгән урындарында донъя көтөп, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмай йәшәй Рәйсә Сарлыбаева менән Камил Ханмурзин. Улар кеүек халҡына хеҙмәт иткән, балаларым тип янып торған, ҡыйыу һәм һоҡланғыс ғаиләләр арабыҙҙа күберәк булһын ине ул!