Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һоҡландырғыс ғүмер

Һоҡландырғыс ғүмерБер көн редакцияға хаҡлы ялдағы Сәмиға апай ФӘТТӘХОВА шылтыратты. Ул үҙе йәшәгән биҫтәләге юл проблемаһын атап китте. “Мәсет янындағы туҡталыш, урамды ҡарарға кәрәк, ямғыр ваҡыттарында үтеүе ҡыйын”, – тип белдерҙе ул. Әл-биттә, беҙ уның теләктәрен артабан еткерербеҙ. Әммә бында шуныһына ла иғтибар итке килә: был апайҙың тормошо үҙе үк тетрәндергес тә, һоҡландырғыс та.

Сәмиға апайҙың көйәләнеүен аңларға була. Сөнки ул Стәрлетамаҡта 1985 йылдан бирле йәшәй. Үҙе сығышы менән Ауырғазы районы Байкал ауылынан икән. Әсәһе Мәрғүбә Йыһанур ҡыҙы менән атаһы Миниәхмәт Шәнгәрәй улы Яҡуповтарҙың ғаиләһендә 10 бала үҫә. Атаһы ауылда бик абруйлы кеше була, әсәһе иһә Герой-әсә. Һуғыштан контузия алып ҡайтҡан аталары 1985 йылда вафат булғас, балаларын белемле итер өсөн әсә кеше ҡалаға күсеп китергә хәл итә. «Балаларҙың барыһы ла иҫән-имен, Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа Стәрлетамаҡта йәшәйбеҙ», – ти Сәмиға апай.
Үҙе иһә бик бөтмөр, донъя көтмәле инәй ғүмер буйы тормош иптәше менән “Авангард”та эшләгәндәр. Үкенескә ҡаршы, «зарарлы» цехта эшләгән тормош иптәше, хаҡлы ялға сыҡҡас, ике ай ғына пенсияһын алырға өлгөрә, ҡаты сирҙән вафат була. Ғүмер буйы ошо заводҡа бил бөккән иптәшен күмер алдынан ярҙам һорап барған ҡатынға остоҡ ҡына аҡса тотторғас, Сәмиға апай ғәрләнеп: «Ошо аҡсаға үҙегеҙ күмеп ҡарағыҙ», – тип, биттәренә бәреп сығып китә хатта. Үҙе иһә өс улын аяҡҡа баҫтырыр өсөн сит илдәргә барып, тауар алып ҡайтып баҙарҙа һата. Улдарын үҫтереп, башлы-күҙле итеп, өйләндереп, матур ғына йәшәп киткәндә, Рәзиф исемлеһе һәләк була. Әлбиттә, был ауыр ҡайғынан һуң Сәмиға апайҙың сәләмәтлеге ҡаҡшай. Шулай ҙа ул йәшәүгә көс табып, яҡты пландар ҡороп, киләсәктә кафе асыу хыялы менән яна. Эшҡыуарлыҡ ҡанында булған, йәшәүҙән йәм таба белгән, эшлекле лә Сәмиға Миниәхмәт ҡыҙының маҡсаты, уй-хыялдары бойомға ашырына шик юҡ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: