Бүлексәлә барлығы туғыҙ кеше эшләй икән: өс оператор, дүрт почтальон, етәксе һәм уның урынбаҫары. Ҡыҙҙар һөнәрен осраҡлы һайламаған. Ауырғазы районының Ишле ауылында тыуып-үҫкән Зөһрә Әнүәр ҡыҙының әсәһе Минизифа ғүмер буйы почтала эшләһә, Илеш районының Сегерәк ауылында тыуып үҫкән Хәмзәнәнең атаһы Рәшит Әлмөхәмәт улы оҙаҡ йылдар почта хеҙмәткәре була. Ҡыҙҙар икеһе лә хеҙмәт юлын оператор булып башлаған.
– Һуңғы ваҡытта донъяла интернет аша сауҙа йылдам үҫә, сит ил интернет-магазиндарына ла заказдар арта. Был сауҙаны ғәмәлгә атҡарыусы, төп аралашсы – почта, әлбиттә. Башҡортостанға иң күп тауар Ҡытайҙан ҡайтарыла, шулай уҡ Европа илдәренән һәм АҠШ-тан алына. Почтальондарҙың ҡәҙимге бурыстары – хат, посылка, бандеролдәрҙе адресы буйынса ваҡытында алып барыу. Пенсия һәм пособиелар килтереү – почтаның социаль яҡтан иң мөһим хеҙмәте. Форсаттан сығып, бүлектә 13 йыл эшләүсе почтальон Татьяна Александровна Каратееваны билдәләп үтке килә. Ул бер үҙе 36 йортто һәм шәхси секторҙы хеҙмәтләндерә, йәштәргә өлгө булып тора, – тип һөйләй Зөһрә Әнүәр ҡыҙы хеҙмәте, хеҙмәткәрҙәре тураһында.
– 2016 йылдан республикабыҙҙа, шул иҫәптән Стәрлетамаҡта ла «Почта Банк» эшләй башланы. Һеҙҙә был хеҙмәт нисек ҡуйылған? – тим.
– Беҙҙә лә башҡа «Почта Банк»тарҙағы һымаҡ хеҙмәттәр күрһәтелә. Һеҙ пенсияғыҙҙы «Почта Банк»ка күсерә алаһығыҙ, шулай уҡ беҙҙә берҙәм транспорт картаһын тултырырға, мәктәптә туҡланыу өсөн түләргә, «Пятерочка» магазинына карта асырға мөмкин, – тип һүҙгә ҡушыла начальник урынбаҫары ла.
Почта хеҙмәткәрҙәренең ижтима-ғи әһәмиәтле вазифаларының бере-һе – матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу һәм уны таратыу. Республикала барлыҡ почта бүлексәләрендә матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың берҙәм автомат системаһы индерелгән. Быны “Рәсәй почтаһы” сайтында ла эшләргә була. Онлайн каталог теҙмәһенә 650-нән ашыу популяр баҫма, шул иҫәптән республикабыҙҙың төп гәзит-журналдары ла, Стәрлетамаҡта сыҡҡандары ла ингән. Әңгәмәселәремдән киләсәккә пландары хаҡында ла һорашып үттем, әлбиттә.
– Быйыл беҙҙең бүлектә ремонт көтөлә. Беҙ “Киләсәк элемтә бүлеге” буласаҡбыҙ, – тине улар. Байрамығыҙ менән, редакция менән гәзит уҡыусы араһын тоташтырыусыларыбыҙ!