Шуныһы ла иҫтә ҡалды: быйыл Мир-зайән Мостафа улына 90 йәш тулһа, Мөнәүәрә Ғимаҙи ҡыҙы 80 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк (һүрәттә). Өлкән йәштәренә ҡарамаҫтан, был парға һоҡланып туйғыһыҙ. Ә уларҙың эске матурлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Улар мөнәсәбәттәрен бынан 60 йыл элек теркәгәндәр. Гәүһәр юбилярҙар Мирзайән Мостафа улы Стәрлебаш районының Һөлөклөкүл ауылында тыуһа, Мөнәүәрә Ғимаҙи ҡыҙы – Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылынан. Мирзайән ағай “Строймаш” заводында слесарь булып эшләгәндә 15-се төҙөүселәр мәктәбендә китапханасы Мөнәүәрә апай менән таныша. Икеһе лә күп уҡый, белемгә ынтыла. Мирзайән Мостафа улы конструктор бюроһы начальнигына тиклем үрләй, хаҡлы ялға “Строймаш” заводынан китә, «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән ул. Ә Мөнәүәрә апай оҙаҡ йылдар дәүләт хеҙмәтендә, 30 йыл Салауат ҡалаһында прокурор була. Ул – Башҡортостан Республика-һының атҡаҙанған юрисы. «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн», «Законға хеҙмәт иткән өсөн» миҙалдары менән бүләклән-гән. Өҫтәүенә, юстицияның өлкән советнигы ла була. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, ике ейәнгә һәм өс бүләгә өләсәй-олатай булғандар.