Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Табиптарҙың хеҙмәте баһаланды

Табиптарҙың хеҙмәте баһаландыОшо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов 2-се дауахана коллективы менән осрашып, оҙаҡ эшләгән алдынғы табиптарға Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә индергән өлөштәре өсөн миҙалдар тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында да-уахананың яңы ғына тәғәйенләнгән баш табибы Андрей Ширяев та бар ине. Осрашыуҙың тантаналы өлөшөнән һуң Владимир Иванович табиптарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Юлдарҙы, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, машиналарҙы парковкалау, “Башҡорт ихаталары” программаһы, күп балалы ғаиләләргә бүленгән ер участкалары, психик сирле күршеләр проблемаһы, Беренсе Май биләмәһендә поликлини-ка төҙөү, зыяраттарҙағы сүп-сар, айнытҡыстар, асарбаҡтар һәм башҡа һорауҙар борсоно табиптарҙы. Ҡала башлығы уларҙың барыһына та төплө итеп яуап бирҙе.
– Сәләмәтлегебеҙ һағында торған аҡ халатлылар медицина йөгөн үҙ иңдәрендә тартып, ҡала мәнфәғәтенә тос өлөш индерәләр, шулай уҡ барыбыҙҙы ла борсоған етешһеҙлектәр хаҡында ла даими әйтеп тораһығыҙ, – тип, табиптарҙың әүҙемлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте ҡала етәксеһе.
Яуаптарҙан аңлашылыуынса, элекке ҡала мәҙәниәт һарайы бинаһында сиркәү буласаҡ, йәкшәмбе мәктәбе лә асылыуы ихтимал. Ә бына айнытҡыс бары тик коммерция нигеҙендә генә булырға мөмкин, бында эләккән кеше аҡса түләп сығасаҡ икән. Ә асарбаҡтарға ҡуныр урын төҙөргә ҡаланың аҡсаһы ҡаралмаған.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: