Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йәй көнө китап кәрәкме?

Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар китапханаһынан ҡосаҡ-ҡосаҡ китап күтәреп сыҡҡан балаларҙы күреп, хайран ҡалдым. Йәй көнө балалар китап уҡыймы икән ни ул? Китапхана мөдире Әлмира Мөхәмәтйәрованан ошо хаҡта һорашырға булдым.

– Китапханаға йөрөүсе балалар йәй көнө, бәлки, күберәктер ҙә әле. Сөнки уҡырға яратҡан бала рәхәтләнеп, иркенләп, ҡыҙыҡлы әҙәбиәт донъяһына сума, – тип һүҙ башланы Әлмира Рафиҡ ҡыҙы. – Балалар тураһындағы ҡыҙыҡ хәлдәр, төрлө мажаралар, әкиәттәр – был жанрҙар барыһы ла бик популяр, яратып уҡыла. Хәҙерге китаптар баланы үҙенә йәлеп итерлек итеп, төҫлө һүрәттәр менән биҙәлә. Яҡшы материалдар ҡулланып баҫтырыла. Өҫтәүенә, эре шрифт – сәхрә бит уҡыған кешегә!
Балалар уҡыу программалары буйынса алдан әҙерләнер өсөн “йәйге әҙәби исемлек” менән дә килә икән. Шул рәүешле бала, күп осраҡта ҡыҙыҡһынып, уҡырға әүәҫләнеп, китапханаға йөрөүҙе ғәҙәт итә.
– Беҙ балаларҙы китапҡа ылыҡтырыр өсөн төрлө танып-белеү, йырлы-уйынлы саралар үткәреп торабыҙ. Йәй башында мәктәп янындағы ял лагерҙары менән күп эшләйбеҙ. Мәҫәлән, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, 2-се гимназия 26-сы мәктәп, лагерь уҡыусылары бик йыш килеп йөрөнө. Улар өсөн “Балалар һабантуйы”, “Беҙ Салауат вариҫтары”, “Өс таған” тигән саралар, шағирә Земфира Муллағәлиева менән осрашыу үткәрҙек, – тип дауам итә мөдир һүҙен. – “Йәй һәм китап” акцияһы аҙна һайын үткәрелә. Акция ваҡытында беҙ китаптарҙы урамға алып сығабыҙ. Биҫтә халҡын яңы китаптар менән таныштырабыҙ, китапханаға бүләк итеп килтерелгән китаптарҙы ла күрһәтебеҙ.
Китапханала бынан тыш “Ромашка уйындары”, “Һыу буйында” тигән уйын саралары үткән. Балалар бындай сараларҙы яратыуына, көтөп алыуына – шик юҡ! Бер юлы төшкән бала икенсе тапҡыр килгәндә дуҫтарын эйәртә, әсәйҙәре, өләсәйҙәре менән килеүселәр ҙә бар бында.
Римма ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: